Фонтанлы майҙанды асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Совет майҙанын яңыртып ремонтлау 2020 йылдың йәйендә башланғайны. Майҙанда япма алмаштырылған, ҡар-ямғыр һыуҙарын ағыҙа торған канализация ҡоролған, тротуарҙар киңәйтелгән, люминесцент лампалар менән яҡтыртыу үткәрелгән, өфөләр һайлаған яңы ағастар – декоратив саған, миләш, сирень һәм башҡа үҫемлектәр ултыртылған. 30 төп ҡарт йүкә лә ҡалдырылған.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдында «Студент» скверы барлыҡҡа килгән. Шундай уҡ матур сквер Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе алдында ла бар.
Совет майҙанында Рәсәй Геройы, легендар комдив Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл дә ҡуйыласаҡ. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, Совет майҙаны республика халҡы өсөн тарихи әһәмиәткә эйә:
«Нәҡ ошонда 1942 йылдың мартында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатов республика етәкселегенә яугирҙарҙың фронтҡа китергә әҙерлеге тураһында доклад бирә. Дивизия бөтә һуғышты үтә һәм Берлинға барып етә».
Ял көндәрендә Пушкин урамы менән Октябрь революцияһы урамы араһында транспорт хәрәкәтен сикләп, халыҡҡа майҙанды ҡарарға мөмкинлек биреү планлаштырыла.
Сығанаҡ: Башинформ.