+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Сентябрь 2021, 11:06

ЯНҒЫН ҺҮНДЕРЕҮСЕЛӘР БҮЛӘКЛӘНДЕ, ОЛО РӘХМӘТТӘР ИШЕТТЕ

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хәйбулла районында урман янғындарын һүндереүселәр менән осрашты.  Район хакимиәтенең тамаша залына республика Урман хужалығы министрлығы, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, Рәсәй МЧС-ының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәкселәре, Урал аръяғы райондарының хакимиәт башлыҡтары, ирекмәндәр, урындағы халыҡ йыйылды.

ЯНҒЫН ҺҮНДЕРЕҮСЕЛӘР БҮЛӘКЛӘНДЕ, ОЛО РӘХМӘТТӘР ИШЕТТЕ
ЯНҒЫН ҺҮНДЕРЕҮСЕЛӘР БҮЛӘКЛӘНДЕ, ОЛО РӘХМӘТТӘР ИШЕТТЕ

«Мин Хәйбулла районынан һеҙҙең менән шәхсән осрашып, оло хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт әйтергә килдем. Беҙ бик етди  тәбиғәт хәүефе алдында ҡалдыҡ. Республикала бөтәбеҙ өсөн тораҡ пункттарҙы ҡурсалау төп маҡсат булды. Был бурысты һеҙ атҡарып сыҡтығыҙ. Бының өсөн һеҙгә бик ҙур рәхмәт! Бер тораҡ пунктты ла утҡа бирмәнегеҙ. Республикаға ауыр эҙемтәләр килтерелеүгә юл ҡуйманығыҙ.  Был бик мөһим, – тине  Радий Хәбиров. – Һеҙ үтәгән икенсе бурыс –урман янғындарының ҙур күләмле статус алыуына юл ҡуйманығыҙ... Шулай уҡ бөтәгеҙгә лә берҙәм эш итеүегеҙ өсөн рәхмәт әйтер инем. Янғын менән көрәшкә профессиональ янғын һүндереүселәр генә түгел, ябай кешеләр ҙә күтәрелде».

Радий Хәбиров 2021 йылғы урман янғындарының ҙур һабаҡ биргәнен дә билдәләне. Климат үҙгәрә, ҡоролоҡ йышая, шуға ҡатмарлы хәлдәргә һәр ваҡыт әҙер булырға, Урман хужалығы министрлығының матди-техник базаһын нығытырға, янғындар мониторингы системаһын төплө уйларға кәрәк, тине төбәк етәксеһе.

Ошо маҡсатта эштәр бара. Радий Хәбиров янғынды башланған сағында уҡ күреп, һүндереүҙе ойоштороу маҡсатында таулы урындарҙа телерадиовышкаларға урман күҙәтеү видеокамералары ҡуйыла башлауын, пилотһыҙ осҡостарҙың әһәмиәтен телгә алды. Йәнә көҙ  яңы Ка-32А11ВС янғын һүндереү вертолетын һынау башлана икән. Киләһе йылдан ул да дежурға сығасаҡ. Йәнә Ирекмәндәрҙе уҡытыу үҙәге ойошторолоп, үҙ ихтыяры менән янғын һүндереүҙә ҡатнашыусыларҙы стихия менән көрәш ҡағиҙәләренә өйрәтә башлағандар.    

Радий Хәбиров янғын һүндереүҙә эшләгән ашығыс хеҙмәттәр башлыҡтарына һәм хеҙмәткәрҙәренә, район хакимиәттәре башлыҡтарына, был залда ултырмаған, әммә янғын һүндереүҙә әүҙем ҡатнашҡан меңдәрсә ирекмәнгә һәм ауылдар халҡына рәхмәт әйтте.

Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәрипов ирекмәндәргә дәүләт наградалары тапшырҙы, ә ауыл ирекмәндәр дружиналарына махсус кейем һәм экипировка комплекттары таратылды.

Белешмә

2021 йылғы янғын хәүефе миҙгелендә республика территорияһында 13,2 мең гектарҙа 427 урман янғыны тоҡанған (былтырғы ошо осорҙағынан 298-гә күберәк). 2 сентябргә ҡарата 2,5 мең гектарҙа 3 янғын яна: Белорет һәм Йылайыр райондарында, Межгорье ҡалаһы янында.

Янғындарҙы һүндереүҙә Урман хужалығы министрлығының янғынға ҡаршы формированиелары, МЧС, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика дәүләт комитеты, муниципалитеттар көстәре эшләне. Республика Башлығы тәҡдиме буйынса, «Башҡортостан сода компанияһы», «Газпром нефтехим Салауат», «Газпром трансгаз Өфө», «Төҙөлөш идаралығы – 30» Межгорье ЯАТБ-һы, «Башкиравтодор», «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» һәм «Башмедь» предприятиеларының сылбырлы ауыр техникаһы ебәрелде. Утҡа ҡаршы көрәштә бөтәһе 4368 кеше һәм 1491 берәмек техника ҡатнашты.

 

Сығанаҡ: Башинформ

ЯНҒЫН ҺҮНДЕРЕҮСЕЛӘР БҮЛӘКЛӘНДЕ, ОЛО РӘХМӘТТӘР ИШЕТТЕ
ЯНҒЫН ҺҮНДЕРЕҮСЕЛӘР БҮЛӘКЛӘНДЕ, ОЛО РӘХМӘТТӘР ИШЕТТЕ
ЯНҒЫН ҺҮНДЕРЕҮСЕЛӘР БҮЛӘКЛӘНДЕ, ОЛО РӘХМӘТТӘР ИШЕТТЕ
ЯНҒЫН ҺҮНДЕРЕҮСЕЛӘР БҮЛӘКЛӘНДЕ, ОЛО РӘХМӘТТӘР ИШЕТТЕ
ЯНҒЫН ҺҮНДЕРЕҮСЕЛӘР БҮЛӘКЛӘНДЕ, ОЛО РӘХМӘТТӘР ИШЕТТЕ
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: