Әминә Ивний ҡыҙы ошо ауылда тыуған. "Беҙҙең өй күптән юҡ, әммә тыуған яҡҡа ҡайтһаң, ниндәйҙер көс-ҡеүәт алаһың. Тирә-яҡта урманлы тауҙар, уларҙа тәмле еләк, муйыл күп була торғайны. Ауыл уртаһында һалҡын һыулы тау йылғаһы Ырғыҙлы аға, унда өлкәндәрһеҙ барырға тыйылды, сөнки бик мул һыулы һәм шәп ағышлы булды. Өй эргәһендә Алтынбей шишмәһе сылтырай, унан бәләкәй күнәк менән һыу алғанда селбәрәләр килеп эләгер ине. Көндөҙ икмәкханала имәк бешеп сыға һәм бөтә бала-саға хуш еҫле йылы икмәк алырға йүгерә, ҡайтышлай кетерҙәтеп тышын кимерә...”, – тип хәтер ебен тағата Әминә Шафиҡова.
Министр бәләкәй сағында йырларға яратҡанын, иҫке клубты, балалар баҡсаһын хәтерләй, ауылда берәй түңәрәк булһа, моғайын, әсәйем мине бирер ине, ти. Бына әле Ырғыҙлыла балалар бейеү ансамбле ойошторолоуын ишеткәс тә, матур күлдәктәр алып килергә була.
Кис көнө Ырғыҙлы ауылында тағы бер сюрприз булды – Башҡортостандың билдәле артистары Zәinetdin, Рөстәм Ғиззәтуллин, МС Баш, Ян Лира, INUR, Rahimov ҡатнашлығында опен-эйр концерт күрһәтелде. Асыҡ һауалағы концерт «Атайсал – кесе Ватан» проектының бер өлөшө булды. Проект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы буйынса яҡташтарҙың тыуған төбәктәренә ярҙам итеү йәмәғәт проекты булараҡ барлыҡҡа килгәйне.
Сығанаҡ: Бөрйән район хакимиәте.