Рәсәй спортсылары бөтәһе 118 награда алды. Шуның 12-һен Башҡортостандыҡылар яуланы: 5 алтын, 3 көмөш һәм 4 бронза.
Киләһе Паралимпия уйындары 2024 йылдың 28 авгусынан 8 сентябренә тиклем Парижда үтәсәк.
Токиоға Башҡортостандан 14 паралимпиясы барҙы. Башҡортостандан Паралимпиада-2020 призерҙары:
- Богдан Мозговой — аяҡ-ҡул ғәриплеге булған кешеләр араһында йөҙөү спорты буйынса ике тапҡыр паралимпия чемпионы (100 метрға салҡан йөҙөү һәм ҡатнаш команда эстафетаһы 4х100 метр).
- Андрей Николаев — аяҡ-ҡулы ғәриплеге булған кешеләр араһында йөҙөү спорты буйынса ике тапҡыр паралимпия чемпионы (400 метрға ирекле стиль менән йөҙөүҙә һәм ҡатнаш команда эстафетаһында, 4х100 метр) һәм көмөш призер (100 метрға ирекле стиль менән йөҙөүҙә, s8 категорияһы).
- Елена Прокофьева — интеллектуаль боҙоҡлоғо булған кешеләр араһында өҫтәл теннисы буйынса паралимпия чемпионкаһы.
- Илнур Ғарипов — йөҙөү буйынса һуҡырҙар спортында паралимпия чемпионы (4х100 метрға ирекле стиль менән команда миксэстафетаһында).
- Анна Крившина — йөҙөү буйынса һуҡырҙар спортында паралимпия чемпионкаһы (команда миксэстафетаһында, 4х100 м, ирекле стиль). йөҙөү буйынса һуҡырҙар спортында көмөш призер (50 м, ирекле стиль, s12-13 категорияһы).
- Елена Паутова — еңел атлетика буйынса һуҡырҙар спортсында көмөш призер (42 км 195 м араға марафон).
- Никита Нагаев — аяҡ-ҡул ғәриплеге булған кешеләр араһында фехтование буйынса бронза призер (рапира, А категорияһы).
- Аделина Рәзетдинова — аяҡ-ҡул ғәриплеге булған кешеләр араһында йөҙөү спорты буйынса бронза призер (100 м, брасс, sb8 класы).
- Артур Сәйфетдинов — йөҙөү буйынса һуҡырҙар спортында бронза призер (100 м, брасс, sb12 класы).
- Анна Кулинич-Сорокина — еңел атлетика буйынса һуҡырҙар спортында бронза призер (200 м).
Сығанаҡ: Башинформ.