Ундай янғын тип үткән аҙнала Баймаҡ районындағы янғын аталған. 26 м/с тиҙлекле ел арҡаһында ул ҡот осмалыға әйләнгән. Фәрит Ғүмәров һөйләүенсә, уны һүндерергә яҡын-тирә райондарҙан өҫтәмә техника, МЧС-тың ике аэромобиль төркөмө һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғын һүндереүселәре килтерелгән.
Уттың бик ҙур тиҙлектә таралыуы арҡаһында Ғәли ауылының янып китеү ҡурҡынысы тыуған. Халыҡты эвакуациялағандар. Ауылды уртаға алып, тирә-яҡтан обороналау ойошторолған. Һөҙөмтәлә, ауылды ҡотҡарып ҡалғандар.
Әле, Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, республикала өс урман янғыны дауам итә. Улар бөтәһе лә ҡамалған һәм ана-бына һүндерелергә тейеш.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров янғындарҙы һүндереүҙә ҡатнашыусыларға рәхмәт белдергән һәм тейешле хеҙмәттәргә киләһе йылға янғын һүндереүҙе ойошороуҙы яҡшыртыу саралары тураһында уйларға ҡушҡан.
«Эйе, Баймаҡ районында ауыр драматик хәл тыуҙы. 12 километрлы ут стенаһы килә ине. Беҙ бөтәһен күтәрҙек, шулай итеп ауыл ҡотҡарылды, юғиһә ул янып бөтөр ине, – тигән Радий Хәбиров һәм республикалағы тәбиғәт янғыны арҡаһында өйһөҙ ҡалғандарға торлаҡ биреүҙе тиҙләтерүҙе һораған. – Мораҡта ике йорт янғайны. Торлаҡ биреү мәсьәләһен тиҙ арала хәл итергә кәрәк. Күп балалы ғаилә зыян күрҙе, һалҡындар башланды, бөтәһен дә тиҙерәк хәл итеү кәрәк. Янғындар буйынса бик ауыр йәй булды был».
Сығанаҡ: Башинформ.