+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Сентябрь 2021, 11:58

ФИНАНС БЕЛЕМЕ АЛЫУ МӨМКИНЛЕГЕ БАР

Сентябрь аҙағында Башҡортостанда йәшәүселәрҙең финанс белемдәре алыу мөмкинлеге буласаҡ, тип хәбәр итәләр республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.  

ФИНАНС БЕЛЕМЕ АЛЫУ МӨМКИНЛЕГЕ БАР
ФИНАНС БЕЛЕМЕ АЛЫУ МӨМКИНЛЕГЕ БАР

«Финпотребоюз»дың төбәк бүлексәһе  «БР-ҙа ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында» дәүләт программаһы буйынса финанс белемдәренә өйрәтеү күрсын ойоштора. Курс түләүһеҙ һәм дистанциялы буласаҡ. Ул пенсияға етеп килгән йәштәгеләр, пенсионерҙар, эшһеҙҙәр, әҙ килемлеләр, инвалидтар, күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр, сәләмәтлеге буйынса сикләүҙәр булған балалы ғаиләләр өсөн тәғәйенләнә.

«Банктар тәү сиратта ҡарай торған кредит тарихтары һәм  рейтингтары, банктар физик шәхестәргә кредит биреү тураһындағы ҡарарҙы ҡабул иткәндә нимәгә иғтибар итә һәм уны нисек ҡабул итә, кредит тарихын нисек яҡшыртырға,  кредит каникулы, реструктуризация, ҡайтанан финанслау нимә ул тигән һәм башҡа темалар ҡараласаҡ был дистанциялы курста», — тиҙәр Хеҙмәт министрлығында.

Курсҡа яҙылыу өсөн телефондар: +7(347) 246 64 71, +7(917)407 87 89.

 

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: