+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Сентябрь 2021, 20:36

«ИНВЕСТҺАБАНТУЙ»ҘА ВАЛЕРИЯ СЫҒЫШ ЯҺАЯСАҠ

10 сентябрҙә Сибайҙа «Урал аръяғы – 2021» III Бөтә Рәсәй инвестициялар һабантуйы була. Һабантуй Рәсәй Стратегик инициативалар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте булышлығы менән үтә.

«ИНВЕСТҺАБАНТУЙ»ҘА ВАЛЕРИЯ СЫҒЫШ ЯҺАЯСАҠ
«ИНВЕСТҺАБАНТУЙ»ҘА ВАЛЕРИЯ СЫҒЫШ ЯҺАЯСАҠ

Форум программаһы эшлекле һәм мәҙәни өлөштәрҙән тора.  Сәнәғәт комплексы, ауыл хужалығы, эске туризм һәм иҡтисад үҫешенә арналған стратегик сессиялар, шулай уҡ гастрономик һәм музыкаль фестивалдәр үтәсәк. Рәсәйҙең дәүләт власы һәм бизнес йәмәғәтселеге, мәҙәниәт вәкилдәре генә түгел, сит ил спикерҙары ла көтөлә.

Ойоштороу комитеты хәбәр итеүенсә, мәҙәни программала йырсы Валерия ҡатнашасаҡ.  Ул «Урал аръяғы» комплексында асыҡ һауала «опен эйр» форматында сығыш яһаясаҡ.

Һабантуйҙың мәҙәни-күңел асыу программаһы 15 сәғәттә «Street beat» бейеү шоу-концертынан башлана. Шунан Сибай коллективтары сығыш яһай. 21.30 сәхнәгә йырсы KARINA сыға. Ул – музыкант, йырсы һәм композитор Алексей Романовтың  продюсерлыҡ проекты. Романов үҙе «А-Мега» төркөмөнөң элекке солисы,  «Винтаж» төркөмө ҡатнашыусыһы булараҡ билдәле. Кисәнең хедлайнеры Валерияның сығышы 22 сәғәттә башлана.

Һуңынан фейерверк була.

«Урал аръяғы» комплексының асыҡ майҙанына инеү ирекле.

«Урал аръяғы» һабантуйы Роспотребнадзор тәҡдимдәренә ярашлы үтәсәк. Форумда ҡатнашыусылар сараларғә тиклем яһалыуына  72 сәғәт тулмаған ПЦР-тестар килтерергә тейеш.

Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайты.

 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: