Ошо көндәрҙә был хәбәрҙең, ысынлап та, дөрөҫ икәнлеге асыҡланды. Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы сайтында милли батырыбыҙҙың һәйкәленең хәҙерге торошо хаҡында мәғлүмәттәр баҫылды. Уға ярашлы, батыр арғымағының алғы һул тояғының эштән сығыуы һәм алыштырыу талап ителеүе билдәле булды. Һәйкәлде һүткәндән һуң, уның туҙған өлөштәре яңыртыласаҡ һәм тутығыуға ҡаршы эшкәртеләсәк. Был бик ауыр, яуаплы һәм ҡатмарлы эш. Бынан тыш, һәйкәлдең эсендә тутығыуға ҡаршы эштәр башҡарыласаҡ, иретеп-йәбештерелгән урындары яңыртыласаҡ. Монументты ҡаплап тороусы тышлыҡтарҙағы ярыҡтарҙан эскә һыу ағыу сәбәпле, тутығыу көсәйгән.
Йылдар кешеләрҙе генә түгел, иң ҡаты материалдан эшләнгән һәйкәлдәрҙе лә аяп тормай. Экспертиза мәғлүмәттәренә ярашлы, һәйкәл торған нигеҙ ҙә бик ауыр хәлдә һәм ремонт эштәрен башҡарыуҙы талап итә.
Һәйкәлдең авария хәлендә булыуын иҫәпкә алып, уны өлөшләтә ҡутарасаҡтар һәм эргә-тирәһен ябасаҡтар.
Ә инде һәйкәл тирәләй шау-шыу тыуҙырырға, тупаҫыраҡ әйткәндә, ҡысымаған ерҙәрен тырнарға теләүселәргә ғауға өсөн, әгәр улар булһа, башҡа сәбәптәр эҙләү урынлы булыр һымаҡ.
Салауат Юлаев – беҙҙең батырыбыҙ һәм милли ғорурлығыбыҙ. Ул республикабыҙҙың дәүләт гербында ныҡлы тора. Шуға күрә уны юҡ итеү, тарихтан юйып ташлау һымаҡ уйҙырмаларҙы таратыу ысынбарлыҡтан алыҫ тора тип аңларға кәңәш итәбеҙ.
Донъя кимәлендә билдәле һәйкәлде һәм мәҙәни ҡомартҡыны яңыртыу һис тә еңел эш түгел. Йүнәтеү эштәренең махсус башҡарыусылар талап итеүе, уның оҙаҡҡа һуҙылыуы ла ихтимал. Кәңәшебеҙ шул: әгәр батыр һәйкәленә һоҡланырға теләһәгеҙ, ошо арала килеп, күреп, фотоға төшөп ҡалығыҙ.