Эшҡыуар, алдан һөйләшелгәнсә, Яңауылдағы түләүле туҡталыштарҙың береһенә килә. Уны үҙен баяғы Рөстәмдең дуҫымын, исемем Игорь тип танытҡан бер ир ҡаршы ала.
Клиент килешелгән хаҡтың бер өлөшөн түләй, договор төҙөргә тигән булып, машинаның документтарын һорап ала, шунан эшҡыуарҙы машинаһының асҡысын түләүле парковкала ҡалдырырға күндерә, йәнәһе, парковкалағы хәүефһеҙлек ҡағиҙәһе шуны талап итә. Эшҡыуар әйтелгәндәрҙе үтәй ҙә яҡындағы ҡунаҡханаға китә.
Иртән парковкаға килһә, эвакуаторлы “МАЗ”ынан елдәр иҫкән. Заказсылар ҙа күренмәй. Шулай итеп, ул 3 миллионлыҡ зыян күргән.
Оперативниктар “күҙ быуыусыларҙы” эҙләй, енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән был машинаны күргән йә башҡа берәй мәғлүмәте булған кешеләрҙән полицияға йә 8-999-741-76-61, 8 (34760) 5-49-71 телефондарына шылтыратып әйтеүҙе һорайҙар.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.
Сығанаҡ: Башинформ.