-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Сентябрь 2021, 12:47

ЙӘНСЕЛГӘН КУКУРУЗ МАЛҒА ФАЙҘАЛЫ

Дүртөйлө районы «Ленин» тоҡомсолоҡ заводында заманса ҡорамалдар һатып алғайнылар, хәҙер кукуруз бөртөктәрен һаҡлауға йәнсеп һалалар. Шулай итеп, районда беренсе булып йәнселгән кукуруз етештерә башланылар.

ЙӘНСЕЛГӘН КУКУРУЗ МАЛҒА ФАЙҘАЛЫ
ЙӘНСЕЛГӘН КУКУРУЗ МАЛҒА ФАЙҘАЛЫ

Яңы техниканы хужалыҡ «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси йүнселлек инициативаһына булышлыҡ итеү» милли проекты ярҙамында алды.

Предприятиеның генераль директоры Альберт Дәүләтбаев һөйләүенсә, был технология кукуруздың туҡлыҡлылығын һаҡлай, үҙләштерелеүен яҡшырта, былар үҙ сиратында һыйыр малының һөт биреүсәнлеген күтәрә.  
Йәнселгән кукурузды һаҡлау еңелләшә, уны бөтә төр ауыл хужалығы малына ла бирергә була.

Кукурузды яңыса эшкәртеү өсөн ленинсылар йәнсегес машина менән JAGUAR комбайнын ҡуллана.  

Хужалыҡта 700 гектар кукуруз үҫтереп, уңышын йыйып алдылар, шуның 112 гектарынан йыйылғанды йәнсеп һаҡлауға һалдылар, 14300 тонна кукуруз силосҡа тотонолдо. Тиҙҙән «Ленин» тоҡомсолоҡ заводы ЯСЙ-һы эшсәндәре 500 гектарҙа көнбағыш ура башларға тора. Йәнә соя баҫыуҙарының яртыһы ҡалған.

Сығанаҡ: Дүртөйлө районы хакимиәте.

ЙӘНСЕЛГӘН КУКУРУЗ МАЛҒА ФАЙҘАЛЫ
ЙӘНСЕЛГӘН КУКУРУЗ МАЛҒА ФАЙҘАЛЫ
ЙӘНСЕЛГӘН КУКУРУЗ МАЛҒА ФАЙҘАЛЫ
ЙӘНСЕЛГӘН КУКУРУЗ МАЛҒА ФАЙҘАЛЫ
ЙӘНСЕЛГӘН КУКУРУЗ МАЛҒА ФАЙҘАЛЫ
ЙӘНСЕЛГӘН КУКУРУЗ МАЛҒА ФАЙҘАЛЫ
Автор:Г. ҒАЙСИНА.
Читайте нас: