Проект авторы предприятие өсөн Баҡалы ауылы эргәһендә ер бүлемен ҡараған, тик район үҙәгенең генераль планына үҙгәреш индерергә һәм ер бүлеменең тәғәйенләнешен үҙгәртергә кәрәк була. Быларҙы башҡарғандан һуң, эшҡыуарҙар төҙөлөшкә тотонорға әҙер.
Яңы производствола 150-ләп эш урыны буласаҡ. Проектты тормошҡа ашырыу хаҡы – 750 миллион һумдан ашыу.
Кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Александр Андреев һәм башҡалар инициативаны хупланы. Александр Георгиевич яуаплы хеҙмәттәргә 1 га ерҙе рәсмиләштерергә, инженер селтәрҙәренә тоташтырырға ҡушты.
Районда «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» милли проекты сиктәрендә йүнселлек субъекттарын үҫтереү эше бара. Аҙна һайын үткәрелә торған «Эшҡыуар сәғәте» был йәһәттән уңайлы сара булып тора.
Сығанаҡ: Баҡалы район хакимиәте.