+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Сентябрь 2021, 15:33

ЮЛБАРЫҪ АЙЫУҘЫ “ЕҢГӘН”

Амур юлбарыҫы 2022 йылда Рәсәйҙә үтәсәк волейбол чемпионатының талисманы ителгән. Чемпионаттың матчтары Рәсәйҙең бер нисә ҡалаһында, шул иҫәптән Өфөлә лә үтәсәк.

ЮЛБАРЫҪ АЙЫУҘЫ “ЕҢГӘН”
ЮЛБАРЫҪ АЙЫУҘЫ “ЕҢГӘН”

Талисман һайлау өсөн көйәрмәндәр араһында тауыш биреү иғлан ителгән, төп “алыш” айыу менән юлбарыҫ араһында барған, юлбарыҫ “еңгән”. Көйәрмәндәр, был хайуан етеҙлеге, шәп һикереүе менән волейболға яҡын тора, тип, уға өҫтөнлөк биргән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: волейбол буйынса донъя чемпионаты 2022 йылдың 26 авгусында башлана. Матчтар Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Калининградта, Ярославлдә, Ҡаҙанда, Өфөлә, Екатеринбургта, Новосибирскиҙа, Красноярскиҙа һәм Кемеровола үтәсәк.

 

Сығанаҡ: Башинформ

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: