+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2021, 12:48

ӨФӨ МАРАФОНЫ ЙҮГЕРЕКТӘРҘЕ САҠЫРА

12 сентябрҙә Өфөлә йыл да үткәрелә торған халыҡ-ара марафон була. Унда 5500 профессиональ спортсы һәм йүгерергә яратҡан һәүәҫкәрҙәр ҡатнашыр тип көтөлә.

ӨФӨ МАРАФОНЫ ЙҮГЕРЕКТӘРҘЕ САҠЫРА
ӨФӨ МАРАФОНЫ ЙҮГЕРЕКТӘРҘЕ САҠЫРА

Өфө марафонында йүгереү дистанциялары – 2 км, 5 км, 10 км, ярыммарафон һәм 42,2 кмға марафон. Программаға беренсе тапҡыр скидскейтинг индерелгән (10 км).

Марафон йүгерергә килеүселәрҙең һайланған дистанцияға медицина рөхсәте, прививка сертификаты йә ПЦР-тесы булырға тейеш.

Байрамды «Голос» шоуы йондоҙҙары Нодар Ревия менән Элина Чаганың сығыштары биҙәйәсәк.

Өфө марафонының көн тәртибе:

10 һәм 11 сентябрҙә Crowne Plaza Ufa – Congress Hotel отелендә (Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 7) Өфө марафоны ЭКСПО-һы ойошторола, марафонда ҡатнашыусылар, унда килеп, старт пакеттарын алырға тейеш, шулай уҡ экипировка һәм спорт аҙығы һатып алырға була. Эш ваҡыты: 10 сентябрҙә 12 – 20 сәғәт, 11 сентябрҙә 10 – 18 сәғәт.

11 сентябрҙә “Динамо” стадионында (Карл Маркс урамы, 2) 9 йәшкә тиклемге йүгеректәргә бапалар старты (100-200 м) тәҡдим ителә. Финишта һәр бала матур миҙал ала.

12 сентябрҙә:

7:00 – старт ҡаласығын асыу;

8:30 – Өфө марафонын асыу тантанаһы;

8:45 – роллер-марафон старты;

8:55 –хендбайкерҙар старты;

9:00 – 21,1 менән 42,2 км дистанциялары старты һәм 4 х 10,5 км корпоратив эстафета;

9:20 –10 км дистанция старты;

13:30 –  5 км дистанция старты;

14:00 – 2 км дистанция старты;

15:00 – марафон еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү.

19:00 – финишерҙар кисәһе, Old School кавер-группы сығышы (Music Hall27, Киров урамы, 27)

Өфө халыҡ-ара марафоны сиктәрендә #БегуПомогу хәйриә акцияһында  ҡатнашырға була.   

 

Сығанаҡ: Башинформ. 

 

 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: