+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2021, 15:16

ИНВЕСТҺАБАНТУЙҘА ҠАРАЛАСАҠ ТАҒЫ БЕР МӘСЬӘЛӘ

«Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестһабантуйында «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашырға теләк белдергән тағы бер нисә предприятие менән килешеү төҙөләсәк.

ИНВЕСТҺАБАНТУЙҘА ҠАРАЛАСАҠ ТАҒЫ БЕР МӘСЬӘЛӘ
ИНВЕСТҺАБАНТУЙҘА ҠАРАЛАСАҠ ТАҒЫ БЕР МӘСЬӘЛӘ

Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары  Айрат Фәхретдинов әйтеүенсә, был проектҡа Башҡортостандан 115 компания ҡушылған да инде. Улар хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү мөмкинлектәре һәм ҡоралдары менән тәьмин ителә.

Был һорау инвестһабантуйҙа ла ҡараласаҡ. Ултырыш Түңәрәк залда 10-да башлана.

Белешмә: 

«Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты РФ Президенты Владимир Путиндың 2018 йылғы май указы менән раҫланған һәм илдә йыл һайын хеҙмәт етештереүсәнлеге 5 процентҡа үҫһен өсөн шарттар тыуҙырырға тейеш.

 

 

Автор:Л. САФИНА.
Читайте нас: