+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2021, 22:50

ОНОТОЛҒАН ИСЕМДӘРҘЕ ҠАЙТАРЫУ ТУРАҺЫНДА

Өфөлә онотолған исемдәр музейы барлыҡҡа килергә мөмкин.  Әлегә фекер алышыу бара. Өфөнөң үҙәгендәге өс муниципаль бинала шәп музейҙар асылыуы ихтимал. Тура бәйләнеш барышында Радий Хәбиров ошо хаҡта һөйләне.

ОНОТОЛҒАН ИСЕМДӘРҘЕ ҠАЙТАРЫУ ТУРАҺЫНДА
ОНОТОЛҒАН ИСЕМДӘРҘЕ ҠАЙТАРЫУ ТУРАҺЫНДА

Башҡортостан Башлығы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт милли хәрәкәте лидерҙарының береһе, Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе Муллаян Халиковтың иҫтәлеген мәңгеләштереү кәрәклеге тураһында белдерҙе.

«Беҙ Альбанов музейын эшләнек. Икенсеһе, беҙ был хаҡта әйттек инде, — Шаляпин музейын эшләге килә. Ә өсөнсө бинаны — мин эш версияһы сифатында тәҡдим иттем –  әйҙәгеҙ Онотолған исемдәр музейы итәйек. Кәрим Хәкимов — бөйөк дипломат, Сәғүд Ғәрәбстаны короленең дуҫы. Репрессияланған, атылған, һөҙөмтәлә оҙаҡ йылдарға дипломатик мөнәсәбәттәр өҙөлә.  Король ғаиләһе бик ныҡ үпкәләгәнгә һәм, Рәсәй менән ғәрәп донъяһын яҡынайтыу өсөн бик күпте эшләгән кешегә ғәҙелһеҙлек күрһәтелгән, тигәнгә генә. Ул беҙҙең яҡташыбыҙ, әммә уны күптәр белмәй. Беҙ архивтарҙа соҡонорға теләгән сираттағы исем  — Муллаян Халиков. Башҡортостандың хәҙерге сиктәре нигеҙҙә уның дәүләт эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Беҙҙең теге йәки был сәбәптәр арҡаһында донъяға, балаларыбыҙға билдәле итә алмаған кешеләребеҙ бик күп».

Радий Хәбиров дөйөм көс менән легендар генерал Миңлеғәли Шайморатовтың исеме мәңгеләштерелеүен, Президент Владимир Путин ярҙамы менән уға Рәсәй Геройы исеме бирелеүен әйтте һәм тағы беҙҙең Таһир Күсимов барлығын телгә алды.

Белешмә:

Муллаян Халиков 1894 йылдың 4 февралендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Аҡтау ауылында (хәҙерге Бүздәк районы Иҫке Аҡтау ауылы) аҫаба башҡорт ғаиләһендә тыуған. Троицк ҡалаһында “Мөхәммәҙиә” мәҙрәсәһен, шунда уҡ отличие менән семинария тамамлай. 1915 йылда Орск ҡалаһына мәктәпкә уҡытыусы итеп ебәрелә. Февраль революцияһынан һуң 1917 йылдың июлендә Каруанһарайҙа үткән Беренсе Бөтә башҡорт ҡоролтайы делегаты итеп һайлана, Өфөлә августа үткән Икенсе Бөтә башҡорт  ҡоролтайында ҡатнаша. Шунда Башҡорт үҙәк шураһы һайлана, Халиков уның составына индерелә. Артабан башҡорт хөкүмәте формалашыуҙа, уның эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша. 1921 йылда БАССР Совнаркомы рәйесе итеп һайлана. Иң ауыр осор була ул. Сәйәси яҡтан ғына түгел, 21-се йылғы аслыҡ менән дә ҡатмарлы көрәш бара.

Башҡорт Хөкүмәте республика биләмәләрен элекке Башҡорт кантондары нигеҙендә киңәйтеү мәсьәләһе менән шөғөлләнә.  Үҙәк менән һөйләшеүҙәр алып бара торғас, башҡорт ерҙәренең күп өлөшө ҡайтарып алына. Халиков Мәскәүҙән Златоуст, Ырымбур ҡалалары тирәләрен, Магнит тауына (хәҙерге Магнитогорск ҡалаһы), Минзәлә өйәҙен ҡайтарыуҙы ла юллай.

Әммә 1925 йылда Муллаян Дәүләтша улын Мәскәүгә эшкә күсерәләр. Ул унда Россельхозбанк идараһында, РСФСР Наркомфинында, РСФСР Халыҡ хужалығы иҫәбе идаралығында эшләй. Мәскәүгә эшкә мәжбүри күсерелгән Халиков Башҡортостандың көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәгән яҡташтары өсөн, унда кадрҙар мәсьәләһен хәл итеп өлгөрмәгәне, мәктәптәрҙә татар телендә уҡытыу һаҡланып ҡалғаны өсөн бик ҡайғыра.

1937 йылдың 20 июнендә Муллаян Халиков советҡа ҡаршы милләтсел ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп ҡулға алына, 23 сентябрҙә атыла. 1958 йылда аҡлана.

 

Фотола: Башҡорт хөкүмәте ағзалары. Муллаян Халиков – алғы рәттә ултыра, уңдан өсөнсө.

 

 

ОНОТОЛҒАН ИСЕМДӘРҘЕ ҠАЙТАРЫУ ТУРАҺЫНДА
ОНОТОЛҒАН ИСЕМДӘРҘЕ ҠАЙТАРЫУ ТУРАҺЫНДА
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: