+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2021, 23:51

ҠОРОЛОҠТАН ЗЫЯН КҮРГӘН РАЙОНДАРҒА ЯРҘАМ БУЛЫР – РАДИЙ ХӘБИРОВ

Тура бәйләнеш барышында Башҡортостан Башлығы ҡоролоҡтан айырыуса зыян күргән Хәйбулла, Баймаҡ, Ейәнсура һәм Йылайыр райондарына ярҙам күрһәтеләсәге тураһында белдерҙе.   

ҠОРОЛОҠТАН ЗЫЯН КҮРГӘН РАЙОНДАРҒА ЯРҘАМ БУЛЫР – РАДИЙ ХӘБИРОВ
ҠОРОЛОҠТАН ЗЫЯН КҮРГӘН РАЙОНДАРҒА ЯРҘАМ БУЛЫР – РАДИЙ ХӘБИРОВ

«Беҙ, халыҡ һәм фермерҙар малын һуйырға тотонор, тип хәүефләнәбеҙ, һәм беҙҙә мал һаны кәмей башлар. Беҙ хатта уны һатып алып, эре хужалыҡтарға тапшырырға әҙер. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтар һатып алған мал аҙығының 50 процентын бюджеттан субсидиялаясаҡбыҙ. Шулай уҡ орлоҡ һатып алыу хаҡының да яртыһын субсидиялаясаҡбыҙ.  Миңә Хәйбулла районы башлығы һөйләгәйне,  быйыл уңыш хатта орлоҡ алырға ла етмәйәсәк, тигәйне.  Ошо дүрт райондың аграрийҙарына ярҙамға беҙ бюджеттан 75 млн һум бүләбеҙ», — тине Радий Хәбиров.

Бөгөн фермерҙар яңы ауыл хужалығы техникаһын әүҙемерәк һатып алырға тейеш, тип белдерҙе  Башҡортостан Башлығы.

«Беҙҙә был тема һәйбәт эшләп китте. Хөкүмәттең ауыл кешеләре алдында ауыл хужалығы техникаһы һатып алыу буйынса былтырғы  400 млн һум бурысы бар, беҙ мотлаҡ иҫәпләшәсәкбеҙ.  Туҡтарға ярамай», — тине етәксе.

Башҡортостанда 2021 йылдың һигеҙ айында 2293 берәмек ауыл хужалығы техникаһы алынған.  Аграрийҙар технопаркты яңыртыуға 8 млрд һумдан ашыу аҡса тотонған, был, үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 900 млн һумға күберәк.  

2020 йылда Башҡортостанда беренсе тапҡыр ауыл хужалығы техникаһы паркы 10 млрд һумдан ашыу суммаға яңыртылған.

 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: