Моргенштернды тыңлайһығыҙмы? Шундай һорау яңғыраны.
“Уның исеме тирәһендә шау-шыу бигерәк күп. Йәштәр тематикаһы минеке түгел. Юҡ, тыңламайым. Бөгөнгө 14 йәшлек балалар ҙа, моғайын, Юрий Антоновты йә мин тыңлаған башҡа нәмәләрҙе тыңламайҙыр”, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе йәштәр кумирында уға нимә оҡшағанын, нимә оҡшамағынан да әйтте. “Йыш ҡына беҙ үҙебеҙҙе-үҙебеҙ йолҡҡослайбыҙ – насар йәшәйбеҙ, башҡаларҙа яҡшыраҡ, үләндәре лә бейегерәк һәм башҡалар. Ә был кеше Өфө тураһында шундай хөрмәт менән һөйләй: мин Өфөнән, мин Өфөнө яратам. Мин уға шуның өсөн рәхмәтлемен. Ул – Өфөнөң амбассадоры, Рәйес Ғәбитов республика амбассадоры булған кеүек. Ләкин уның ҡайһы бер ғәмәлдәрен мин бөтөнләй ҡабул итә алмайым, әлбиттә. Быларҙы йәшлек ауырыуҙары тип һанайыҡ. Беҙ йәш саҡта ниндәйҙер аҙымдар эшләнек – мин дә, күптәр, моғайын, ә ваҡыт үтеү менән ундай ғәмәлдәр эшләнмәй”.