+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2021, 13:08

СВЕРДЛОВСК ӨЛКӘҺЕНДӘ ЙӘШӘГӘН МИЛЛӘТТӘШТӘР КӨТӘ

9-11 сентябрҙә Свердловск өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре үтәсәк. Башҡортостандан рәсми делегация бара. Сара Башҡорт тарихы йылына бағышлана.

СВЕРДЛОВСК ӨЛКӘҺЕНДӘ ЙӘШӘГӘН МИЛЛӘТТӘШТӘР КӨТӘ
СВЕРДЛОВСК ӨЛКӘҺЕНДӘ ЙӘШӘГӘН МИЛЛӘТТӘШТӘР КӨТӘ

Сараны асыу тантанаһы 10 сентябрҙә Урал дәүләт иҡтисад университетының конференц-залында була. Ошонда уҡ үтәсәк “Башҡорттар Свердовск өлкәһенең этномәҙәни күп төрлөлөгөндә” тигән түңәрәк ҡор республиканан ситтә йәшәгән башҡорттарҙың милли үҙлеген һаҡлау мәсьәләләренә арналасаҡ.

11 сентябрҙә Үрге Пышма ҡалаһында  үтәсәк сараларҙа Башҡортостандың һәм Свердловск өлкәһенең Мәғариф министрлыҡтары ҡатнашасаҡ.  Ата-әсәләр, уҡытыусылар  өсөн майҙансыҡ эшләйәсәк. “Аҡбуҙат” журналы “Урал батыр” йәнһүрәте менән шул уҡ атамалы комикс күрһәтәсәк. Викториналар, консультациялар, конкурстар, башҡорт милли музыка ҡоралдарында уйнарға, бейергә, йырларға, уҡтан атырға  өйрәтеүсе оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ. “Далан” фольклор-эстрада төркөмө сығыш яһасаҡ. “Өфөнән һөйөү менән” һәм “Өс таған” фильмдары күрһәтеләсәк.

 

Сығанаҡ: Башинформ

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: