+12 °С
Болотло
2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығы билдәләнәсәк. Ошо уңайҙан баш ҡалалағы күп объекттар яңырып ҡаласаҡ. Улар араһында Ҡурсаҡ театры бинаһы ла бар. Уны реконструкциялауға 778,5 миллион һум бүленәсәк. Шуның 250 миллионы – федераль, 528,5 миллионы – республика бюджетынан. Федераль финанслау «Мәҙәниәт» милли проекты аша йәлеп ителә.
Театр бинаһына төкәтмә лә төҙөләсәк. Ул дүрт ҡатлы буласаҡ. Төкәтмәне һалып бөткәс, төҙөүселәр иҫке бинаны яңыртыуға тотонасаҡ. Был эштәр 2022 – 2024 йылдарҙа барасаҡ. Театр бинаһының майҙаны, ике тапҡырҙан ашыуға артып, 6,5 мең квадрат метрға етәсәк.
Сығанаҡ: Өфө ҡала хакимиәте.