+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Сентябрь 2021, 14:59

ҠОТҠАРЫУСЫЛАР КИСӘ ЮҒАЛҒАН БАЛАЛАРҘЫ ЭҘЛӘГӘН

Кисә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары дүрт баланы эҙләгән. Балаларҙың икеһе – Баймаҡ районында, икеһе Ҡырмыҫҡалыла юғалған.

ҠОТҠАРЫУСЫЛАР КИСӘ ЮҒАЛҒАН БАЛАЛАРҘЫ ЭҘЛӘГӘН
ҠОТҠАРЫУСЫЛАР КИСӘ ЮҒАЛҒАН БАЛАЛАРҘЫ ЭҘЛӘГӘН

Баймаҡ районы Дәүләт ауылында ике һәм дүрт йәшлек балалар үҙҙәре генә сығып китеп, барыһын аяҡҡа баҫтырған.

Тиҙҙән ҡотҡарыусылар Ҡырмыҫҡалы районы Ҡабаҡ ауылында ла алты йәшлек ике ҡыҙыҡайҙың юҡҡа сығыуы тураһында хәбәр ала.

Ҡотҡарыусы ағайҙар ике осраҡта ла балаларҙы иҫән-имен көйө ата-әсәләренә табып бирә.

Йыл башынан алып ашығыс хеҙмәттәргә кеше юғалыу тураһында 100-ҙән ашыу хәбәр килә.

Балағыҙ юғалып, барырҙай ерҙәрен ҡараштырып сығығыҙ, табылмаһа, тиҙ арала “112” номерына шылтыратып хәбәр итегеҙ. Операторға баланың исем-фамилияһын, тыуыу датаһын, ҡасандан бирле юҡлығын, сәғәт нисәлә, ҡайҙан сығып киткәнен, айырым билдәләрен, нимә кейгәнен, телефоны бармы-юҡмы икәнен хәбәр итеү һорала. Бала юғалһа, 24 йә 48 сәғәт үткәнен көтөргә кәрәкмәй, сөнки уны ни тиклем тиҙерәк эҙләй башлаһаң, иҫән-имен табыу ихтималлығы ла шул тиклем юғарыраҡ, тиҙәр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында. Шулай уҡ кәңәштәр ҙә бирәләр:

*Баланы яҡын-тирәгә лә яңғыҙын сығарып ебәрмәгеҙ.

*Балаға өйҙән алыҫта йәшенмәк, йүгерешеп уйнай торған уйындар уйнарға рөхсәт итмәгеҙ, сөнки бала хәүефһеҙ алыҫлыҡты тиҙ юғалта, таныш түгел ерҙә ҡурҡып ҡала, ҡурҡыуҙан бөтөнләй ҡапма-ҡаршы яҡҡа китеп барырға мөмкин.

*Бала кеҫә телефоны йөрөтһөн, 112 телефонына шылтыратырға өйрәнһен, “бер, бер, ике” тип хәтерендә ҡалдырһын, аҙашыуын, юғалыуын аңлата белһен.

Иң мөһиме: баланан бер секундҡа күҙ яҙлыҡтырмағыҙ, бала ҡарағанда башҡа эштәрегеҙ икенсе  планға күсһен.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: