Былтырғы Инвестһабантуйҙа ниәттәр, партнерлыҡ һәм инвестициялау тураһында 23 килешеүгә ҡул ҡуйылған. Улар республикаға яҡынса 10 миллиард һумлыҡ иҡтисади эффект килтергән. Килешеүҙәрҙең һигеҙе инвестициялар иҫәбенә Сибайҙа предприятиелар асыуға йүнәлтелгән булған.
Һабантуйҙа эш программаһынан тыш, мәҙәни саралар ҙа ҡаралған. Бөгөн Сибайҙа милли кейемдәр фестивале, йәнә «ҠымыҙFEST» һәм Республика милли аш-һыу конкурс-фестивале үтә.