+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Сентябрь 2021, 16:52

МИЛЛИ ПАРК АСЫЛЫУҒА 35 ЙЫЛ ТУЛА

«Башҡортостан» милли паркы асылыуға иртәгә 35 йыл тула. Уның майҙаны – 82 300 гектар. Уға таулы урмандар, йылғалар, мәмерйәләр, Нөгөш һәм Йомағужа һыуһаҡлағыстары инә.

МИЛЛИ ПАРК АСЫЛЫУҒА 35 ЙЫЛ ТУЛА
МИЛЛИ ПАРК АСЫЛЫУҒА 35 ЙЫЛ ТУЛА

Башҡортостандағы берҙән-бер милли парк халыҡ-ара статусҡа эйә, 2012 йылдан башлап ЮНЕСКО программаһы буйынса «Башҡорт Уралы» комплекслы резерватына инә.

Борон замандарҙа милли парк территорияһында мәмерйә арыҫландары йәшәгән. Был турала археологик табылдыҡтар һөйләй. Әле уның биләмәләрендә Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына ингән 68 төрлө хайуан көн итә. Уларҙың 39-ы  Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына, ә 22-һе Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы исемлегенә ингән.  

Уникаль тәбиғәт ҡомартҡыларынан Ҡотоҡсумған  упҡын-мәмерйәһе ошонда урынлашҡан. Ул Европала – иң тәрән мәмерйәләрҙең береһе. Эсендәге галереяларҙың, залдарҙың дөйөм оҙонлоғо 9 860 метр, тәрәнлеге 134 метр тәшкил итә. Ул урынлашҡан Ҡотоҡ төбәгендә 36 эре мәмерйә бар.

Карст күпере менән Күперле шарлауығы ҡомартҡыһы ла геологтарҙың иғтибарын йәлеп итә.

Милли парктың 35 йыллыҡ юбилейына күп һанлы спорт, фәнни, ағартыу саралары арналды.  
2020 йылда «Башҡортостан» милли паркы «Башҡортостан йөрәге» туристик-рекреацион кластеры составында АСИ-ҙың экотуристик кластерҙар ойоштороу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе булды.
Һуңғы биш йылда «Башҡортостан» милли паркы күп йүнәлештәр буйынса алға китте.  2015 йылдан уны бюджеттан финанслау 47 процентҡа артты, бюджеттан тыш эшмәкәрлектән килем 8 тапҡырға тиерлек артып, 2021 йылда 19 млн һумға етте. Милли парк хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы ике тапҡырҙан ашыуға артты һәм элекке 15 меңдән әле 35 меңгә етте.  2021 йылда милли паркҡа килеүселәр һаны беренсе тапҡыр 100 меңдән артып китте.


Сығанаҡ: Башҡортостандың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы.

Автор:Р. ҒӘЗИНА.
Читайте нас: