+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Сентябрь 2021, 22:03

ХӘЙЕРҺЕҘ ЮЛДЫҢ СОҠОРО ТӘРӘН БУЛА

Уңмаған юлға сыҡһаң, берәй нәмәһе булырға ғына тора. Бөгөн берәү өйөнән сыҡҡанда тап уның машина тәгәрмәсе Революция урамындағы ҡар-ямғыр һыуы канализацияһы люгына эләгеп батыр тип уйламаған, әлбиттә.

ХӘЙЕРҺЕҘ ЮЛДЫҢ СОҠОРО ТӘРӘН БУЛА
ХӘЙЕРҺЕҘ ЮЛДЫҢ СОҠОРО ТӘРӘН БУЛА

Әммә эләккән, тәгәрмәс батҡан, уны махсус хеҙмәт техникаһы килеп кенә ҡотҡара алған.

Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылындағы аҡ башлы һыйыр ҙа бөгөн көтөүгә һул тояғы менән сыҡҡан, күрәһең. Ҡайтып килгәндә, өйгә инде еттем тигәндә, өйрәнгән юлынан ниңә генә ситкә атлағандыр. Шунда тимер табаҡ менән ҡапланған бер соҡор була. Меҫкен һыйыр шул соҡорға төшә лә китә. 1 х 1,5 метрлы тәрән генә ҡоҙоҡ соҡоро була ул. Һыйыр сыға алмай. Хужалары махсус хеҙмәттәргә хәбәр итә. 77-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы, ауыл хакимиәте эшкә егелә. Кран-манипулятор килтерәләр. Этеп-төртөп, тарттырып-һөйрәтеп саҡ сығаралар малҡайҙы.

***

Даланһыҙҙар тураһында көләмәстәр ҙә күп.

Бына бер ир самолетта ҡайҙалыр алыҫ илгә осоп китеп бара икән. Күршеһенә зарлана:

– Мин шул тиклем даланһыҙ, нигә тотонһам да, тиҫкәреһе сығып тик тора.

Шул ваҡыт стюардесса салонға килеп сыға ла самолеттың диңгеҙгә ҡолап төшөп барғанын хәбәр итә.

– Тынысланығыҙ, турист әфәнделәр, һәр берегеҙгә акулаларҙы ҡурҡыта торған һыҙғыртҡыс таратабыҙ.

– Мин бахырға йә тишекһеҙ һыҙғыртҡыс, йә һаңғырау акула эләгер, бына күрерһегеҙ әле, – ти зарлы даланһыҙ.

***

Колумбты ла шулай хәйерһеҙ юлға сыҡҡан тиҙәр бит. Һиндостанға тип дәртләнеп, әллә нисәмә карап булып, сығып киткән. Бөтөнләй башҡа ҡитғаға барып эләккән...

 

Фотолар: БР буйынса МЧС матбуғат хеҙмәте.

 

 

ХӘЙЕРҺЕҘ ЮЛДЫҢ СОҠОРО ТӘРӘН БУЛА
ХӘЙЕРҺЕҘ ЮЛДЫҢ СОҠОРО ТӘРӘН БУЛА
ХӘЙЕРҺЕҘ ЮЛДЫҢ СОҠОРО ТӘРӘН БУЛА
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: