Һәйкәлде яңыртыу эше «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты ярҙамында башҡарылды.
«Бөгөн «Ҡайғылы әсә» һәйкәлен асып, беҙҙең тыныс донъяла йәшәүебеҙ өсөн башын һалғандарға ҡәҙеребеҙҙе һәм хөрмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙҙең бурыс – һәйкәлде балаларыбыҙға тапшырыу. Бөтәбеҙгә лә баш особоҙҙа тыныс күк теләйем!», – тине Мишкә районы башлығы Павел Трапезников, митингыла сығыш яһап.
Ошо уҡ көндө сик буйы һаҡсыларына бағышланған иҫтәлекле билдә лә асылды. Уны ҡуйыу тәҡдиме менән Сурай ауылы кешеһе Миронов Валерий сығыш яһағайны. Уның етәкселегендәге инициатива төркөмө аҡса йыйыу ойошторҙо, материалдар һатып алды һәм иҫтәлекле билдәне урынлаштырҙы.
Сығанаҡ: Мишкә район хакимиәте.