+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Сентябрь 2021, 11:26

СЕРГЕЙ ЛАВРОВ БАШҠОРТОСТАН ЖУРНАЛИСЫНЫҢ ҺОРАУЫНА ЯУАП БИРҘЕ

Сочи ҡалаһында Хәҙерге заман журналистикаһы форумында Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров Башҡортостан журналисының һорауына яуап бирҙе.  

СЕРГЕЙ ЛАВРОВ БАШҠОРТОСТАН ЖУРНАЛИСЫНЫҢ ҺОРАУЫНА ЯУАП БИРҘЕ
СЕРГЕЙ ЛАВРОВ БАШҠОРТОСТАН ЖУРНАЛИСЫНЫҢ ҺОРАУЫНА ЯУАП БИРҘЕ

Сочиға, «Рәсәй-2021» форумында ҡатнашҡан төрлө төбәк журналистары менән осрашыуға Сергей Лавров Минскиҙа үткән һөйләшеүҙәрҙән һуң килеп етте. Журналистар уға халыҡ-ара хәл, эске сәйәсәт, вакцинация, дин, хатта шәхси тормошо тураһында ла бик күп һорауҙар бирҙе.     

Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов Сергей Лавровҡа Афғанстандағы ҡатмарлы хәл тураһында һорау бирҙе. Атап әйткәндә, талибан халыҡ-ара берләшмә булып танылырмы, тип һораны ул.   

Башҡортостан журналисының һорауына яуап биреп, Рәсәй сит ил эштәре министры тәүҙә Өфөнөң «коронавирусҡа ҡаршы» вакцина «Спутник V» етештерелгән ҡалаларҙың береһе икәнен билдәләне.

Афғанстандағы хәлдәргә килгәндә, Рәсәй сит ил эштәре министры фекеренсә, килеп тыуған хәлде был илдә йәшәгән бөтә этник төркөмдәрҙең сәйәси тормошта берләшеүенән башҡа хәл итеп булмай. Шул уҡ ваҡытта халыҡ-ара берләшмә ярҙамынан башҡа ла эш килеп сыҡмаясағын билдәләне ул. Сергей Лавров журналистарға яҡын көндәрҙә афған проблемаһы буйынса халыҡ-ара конференция үткәреү планлаштырылыуы тураһында хәбәр итте.

Фото: Kremlin.ru

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: