+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Сентябрь 2021, 11:18

СТӘРЛЕТАМАҠҠА 255 ТУЛДЫ

11 сентябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһының 255 йыллығын билдәләнеләр. Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

СТӘРЛЕТАМАҠҠА 255 ТУЛДЫ
СТӘРЛЕТАМАҠҠА 255 ТУЛДЫ

Республика етәксеһе Стәрлетамаҡтың йылдам үҫеүен, яңы парктар, скверҙар барлыҡҡа килеүен, йорттар һәм юлдар төҙөлөүен, иҡтисад күтәрелеүен билдәләне.  

Һуңғы осорҙа Стәрлетамаҡҡа ғына түгел, республикаға, хатта Рәсәйгә ҡағылышлы ҙур ваҡиға булды – «Башҡортостан сода компанияһы»ның акциялар пакеты ил Президенты Указы менән төбәккә ҡайтарылды.  Радий Хәбиров предприятиеның республика өсөн бик мөһим булыуын һәм әле уның продукция сығарыу менән килем алыу буйынса рекордлы күрһәткестәргә өлгәшеүен билдәләне.

«БСК»-ның аҡсаһы күбәйҙе, тимәк, изге эштәргә лә мөмкинлектәре артты. Хәҙер компания ҡала тормошонда тағы ла әүҙемерәк ҡатнашасаҡ, социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙамлашасаҡ», – тине төбәк етәксеһе.

Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов стәрлетамаҡтарҙы ҡотланы, уңыштар теләне һәм уңғандарға наградалар тапшырҙы.

Ҡала көнө байрам концерты менән тамамланды.  Стәрлетамаҡтар алдында Дмитрий Харатьян, Асҡар Абдразаҡов, Айнур, Zainetdin, Карина һәм йырсы Валерия сығыш яһаны.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: