Теле менән “күҙ быуыусы” кәм тигәндә алты урында кассирҙарҙы отҡан. Был әҙәм биш меңлек тотоп килә лә йөҙ һум тирәһенә әйбер ала. Кассир ҡайтарманы һанағанда биш меңен ҡулынан ысҡындырмай, ә үҙенең ауыҙы бер секундҡа ла ябылмай, һөйләй ҙә һөйләй ти. Ул арала ипләп кенә биш меңде кеҫәһенә йәшерә, алған әйберен, кассирҙан дүрт меңдән ашыу ҡайтарманы ала ла тая.
Һуңғы ҡорбандарының береһе, Ишембай ҡалаһындағы магазин кассиры, теге сығып киткәс кенә 4900 һумды тотторғанын, ә 5 меңде алмағанын һиҙеп ҡала.
Ошоға оҡшаш енәйәттәр Нефтекамск, Бөрө ҡалалары, Стәрлетамаҡ, Яңауыл, Ауырғазы райондары магазиндарында ла булған. Шулай итеп, йәмғеһе 30 меңгә яҡын аҡса үҙләштерелгән.