«Һеҙҙең республика яҡшы яҡҡа үҙгәрә, һәм беҙгә, бында даими килә торған ҡунаҡтарға, был бик күренә. Беҙ был үҙгәрештәрҙе күрәбеҙ, һәм мин уларға гел шатланам», — тине Рәсәй эстрадаһы йондоҙо.
Бер көн элек Валерия Сибай халҡы алдында сығыш яһағайны, унда 10 сентябрҙә «Урал аръяғы-2021» өсөнсө Бөтә Рәсәй Инвестһабантуйы үтте.
«Мин Сибайҙа тамашасыларҙың аҡылдан яҙҙырырлыҡ энергияһын тойҙом, хатта уларҙың нимә ҡысҡырғанын, ниндәй йырҙы бисҡа һорағанын ишеттем. Миңә бәләкәй ҡалаларҙа һәр ваҡыт йылы һәм рәхәт. Йәнә Инвестһабантуй кеүек ҙур, киң күләмле сараның бында үтеүе хайран итте. Миңә был бик дөрөҫ булып тойолдо. Беҙ һәр ваҡыт йәштәрҙең эре ҡалаларға киткәнен күрәбеҙ, бик моңһоу һәм борсоулы хәл. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙемдең тыуған ҡалам Аткарскиға барғанда ла шуны күрәм. Минең фекеремсә, бәләкәй провинциаль ҡалалар ҙа перспективалы һәм киләсәкле булырға тейеш. Мин Сибай халҡының ныҡлығына һәм ҡаһарманлығына таң ҡалдым, улар концертты һыуыҡта, ҡойма ямғыр аҫтында ҡараны, бер кем дә ҡайтып китмәне, улар минең менән бергә йырланы. Был мине бик ныҡ тәьҫирләндерҙе, бөтәһенә лә бик ҙур рәхмәт», — тине йырсы Валерия.
Сығанаҡ: Башинформ.