+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Сентябрь 2021, 12:07

АЙЫУ БАЛАҺЫ РЕСТОРАНҒА КИЛГӘН

Әбйәлил районында тау саңғыһы комплексының ресторанына айыу балаһы килгән. Ишек төбөндә баҫҡыста тапанып торған, эскә инергә тырышҡан. Ресторан хеҙмәткәрҙәре уны видеоға төшөрөп алған.

АЙЫУ БАЛАҺЫ РЕСТОРАНҒА КИЛГӘН
АЙЫУ БАЛАҺЫ РЕСТОРАНҒА КИЛГӘН

Яҙма авторы фекеренсә, айыу балаһы ас булғанға урмандан сығып, бында килгәндер. Хайуан тәртипһеҙлек ҡылмаған, тәҙрәнән эскә ҡарап торған. Аҙағы нисек булғандыр, быныһы видеоға эләкмәгән.  

Һуңғы ваҡытта ҡырағай хайуандарҙың, бигерәк тә айыуҙарҙың тораҡтар тирәһенә сығыу осраҡтары йышайған. Белгестәр кәңәш итә:

— айыу үҙен тыныс тотһа ла, уға яҡын бармағыҙ;

— өркөтмәгеҙ – айыу һөжүмгә күсеүе ихтимал;  

— ҡулдарығыҙҙы күтәреп, эргәгеҙҙәге кешеләр менән бер тирәгә өйөлөшөп, күрер күҙгә ҙурайырға тырышығыҙ. Хайуандар донъяһында дошмандың күләм ҙурлығы бик мөһим. Үҙенән ҙурыраҡты айыу көслөрәк тип иҫәпләй;

— айыуҙан йүгереп ҡасмағыҙ. Йүгергән йән эйәһен айыу ҡорбан тип ҡабул  итә һәм баҫтыра башлай. Айыу эргәһенән, уға арҡағыҙ менән әйләнмәйенсә, яй ғына артҡа сигенегеҙ. Айыу ни тиклем алыҫ булһа, шул тиклем хәүефһеҙ.  

 

Фекер...

70-се йылдарҙа Көнбайыштың пропаганда машинаһы Советтар союзын артта ҡалған, бер уңайлыҡтары ла булмаған, йәшәү кимәле түбән ил сифатында һүрәтләй. Хатта, уларҙың фантазияһына ярашлы, ҡалаларҙың урамдарында айыуҙар, бүреләр йөрөй. Ниһайәт, уларҙың хыялы тормошҡа ашты. Тәбиғәтте һәм ҡырағай хайуандарҙы һаҡлау һәм яҡлау буйынса көрәш тәүге емештәрен бирә. Айыуҙар килеп сыҡты һәм улар беҙҙең арала йөрөй. 

         Йәнлектәр донъяһын өйрәнеү буйынса, белгестәр быға ниндәй аңлатма бирә? Йыл, үҙегеҙ күрҙегеҙ, бик ҡоро килде. “Тайыш табан”дарҙың төп рационын тәшкил иткән имән сәтләүектәре, бөрлөгән һәм башҡа емештәр уңманы. Ә айыуҙар өсөн хәҙерге ярым-ас тормош үлем менән янай. Шуға айыуҙар ауылдарға яҡыная һәм туҡланыу мәсьәләһен хәл итергә ынтыла. Үкенескә ҡаршы, яҡын арала был көрәштең киҫкенерәк төҫ алыуы бик ихтимал. Ас айыуҙарҙың шатунға әйләнеү ҡурҡынысы янай.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: