Комплекс "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты һәм һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау буйынса төбәк программаһы ярҙамында алып ҡуйылған. Ул пациенттарҙы баҫҡан, ятҡан, ултырған килеш, шулай уҡ ҡабырғаға ятҡырып рентгенға төшөрөү, юғары сифатлы тура һәм ҡыйыҡ рәсемдәр алыу мөмкинлеген бирә. Рентген нурҙарын үткәрә торған өҫтәлдең һәм деканың урынлашыуын дисплейлы идара панеле ярҙамында рентген-лаборант көйләй. Аппарат ышаныслы, хәүефһеҙ, ҡулланыу өсөн уңайлы.
Поликлиника мөдире Азат Аслаев һөйләүенсә, цифрлы рентген рәсемдәрен табип компьютерында ҡарап, эшкәртеп була. Улар электрон форматта һаҡлана, был дауалаусы табип һәм пациент өсөн бик уңайлы.
Сығанаҡ: Әбйәлил район хакимиәте.