+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Сентябрь 2021, 14:45

ШӘҺИТ ХОҘАЙБИРҘИН ИСЕМЕНДӘГЕ ПРЕМИЯҒА КЕМДӘР ДӘҒҮӘ ИТӘ?

Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡта 2021 йылда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәр исемлеге раҫланған. Беренсе турға тапшырылған 16 автор менән ике ижади коллективтың бөтәһе лә икенсе турға үткән. Бына уларҙың исемлеге:

ШӘҺИТ ХОҘАЙБИРҘИН ИСЕМЕНДӘГЕ ПРЕМИЯҒА КЕМДӘР ДӘҒҮӘ ИТӘ?
ШӘҺИТ ХОҘАЙБИРҘИН ИСЕМЕНДӘГЕ ПРЕМИЯҒА КЕМДӘР ДӘҒҮӘ ИТӘ?
  1. Әлимғужин Ринат Кәрим улы, «Күгәрсен – ТВ» телестудияһы баш мөхәррире, Шәһит Хоҙайбирҙиндың тормошона һәм эшмәкәрлегенә бағышланған телеочерктар, телетапшырыуҙар циклы өсөн.
  2. Иванов Василий Иванович, өлкән юстиция советнигы. «Краснодарское, Сочинское, Рыбное, Хлопковое уголовные дела в эпоху ХХ века» тигән китабы өсөн.
  3. Иҙелбаева Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы (Гөлфия Юнысова), журналистика ветераны. «Илһамлы язмыштар» китабы өсөн.
  4. Истанбаева Рәмилә Шаһыбал ҡыҙы, Әбйәлил районының «Осҡон» гәзите хәбәрсеһе. «Осҡон» гәзитендә социаль-иҡтисади темаға баҫылған материалдары өсөн.
  5. Касьянова Дарья Евгеньевна, Gorobzor.ru мәғлүмәт-яңылыҡ баҫмаһы хәбәрсеһе. Gorobzor.ru баҫмаһында сыҡҡан мәҙәни тормош тураһындағы мәҡәләләре өсөн.
  6. Кинйәбулатов Азат Уран улы, «Исторический вестник БГМУ» гәзитенең баш мөхәррире. «Исторические очерки о лечении туберкулеза в Республике Башкортостан» тигән китабы өсөн.
  7. Латипова Снежана Тимерхан ҡыҙы, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары. Социаль тематикалы публикациялары һәм видеоматериалдары өсөн.
  8. Мәжитов Даян Тәлғәт улы, «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе. «Бәрәкәт» журналында баҫылған әхләҡи тәрбиә, ғаиләне нығытыу, телде һәм мәҙәниәтте һаҡлау, хәйриәлек эшмәкәрлеген йәйелдереүгә бағышланған материалдары өсөн.
  9. Ниғәмәтова Гүзәл Исхаҡ ҡыҙы, журналистика ветераны. Баймаҡ районының күренекле кешеләре, райондың тарихы һәм хәҙергеһе тураһындағы публикациялар серияһы өсөн.
  10. Никитина Татьяна Анатольевна, «Башҡортостан» ТРК-һы «Тамыр» телеканалы мөхәррире. Сәләмәтлеге буйынса сикләнгән балалар тураһындағы «преград.net» программалар циклы, «ЭТНОкраса» этнопроекты, «Гора Новостей» телепроекты өсөн.
  11. Рәхимҡулов Азамат Салауат улы, БДМУ-ның «Медик» гәзите шеф-мөхәррире. «Медик» гәзитендә «Бессмертный медсанбат», «Женщины – министры здравоохранения», «Всероссийская перепись населения – 2021» рубрикаларында баҫылған мәҡәләләр циклы өсөн.
  12. Усманова Айгөл Баһыман ҡыҙы, Башҡортостан спутник телевидениеһы студияһының интерактив программалар редакцияһының бүлек баш белгесе. Башҡортостанда сәнғәт һәм мәҙәниәт үҫешенең төрлө йүнәлештәре буйынса тапшырыуҙар циклы өсөн.
  13. Усманова Кәримә Ишбулды ҡыҙы, «Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе. Урал аръяғының социаль-иҡтисади һәм мәҙәни тормошона бағышланған репортаждар серияһы, аналитик материалдар өсөн.
  14. Хәйҙәрова Оксана Даниловна, Бөрө районы «Победа» гәзите хәбәрсеһе. «Победа» гәзитендә баҫылған социаль тематикалы материалдары өсөн.
  15. Шаһиев Рәүеф Вәли улы, Учалы районында йәшәгән тыуған яҡты өйрәнеүсе, китап авторы. «Халыҡ улы Муса Мортазин» китабы өсөн.
  16. Йомағужин Фаяз Фуат улы, «Стерлитамакский рабочий» гәзите хәбәрсеһе. «Стерлитамакский рабочий» гәзитендә донъя күргән тарихи, хәрби-патриотик, мәҙәни тематикалы публикациялар циклы өсөн.
  17. «Зианчуринские зори» гәзите редакцияһының ижади коллективы: Куянова Виктория Евегеньевна — баш мөхәррир, Ғәҙелшина Гөлназ Ғәбделхәй ҡыҙы – хәбәрсе, Мырҙаҡаева Светлана Ғилметдин ҡыҙы — хәбәрсе. «Зианчуринские зори» гәзитендә сыҡҡан социаль һәм иҡтисади тематикалы материалдар өсөн.
  18. «Туймазинский вестник» гәзите редакцияһының ижади коллективы: Айытова Әнфисә Вәғиз ҡыҙы — мәғлүмәт бүлеге мөхәррире, хәбәрселәр — Нәсибуллина Диана Мөсәүир ҡыҙы, Миһранова Регина Ринат ҡыҙы, Хәмиҙуллина Гүзәл Рузил ҡыҙы, фотохәбәрсе Калантарян Лилия Ромэновна.

Комиссия ижтимағи ойошмаларҙың, хеҙмәт коллективтарының һәм айырым кешеләрҙең премияға тәҡдим ителгән эштәр буйынса фекер алышыуҙа әүҙем ҡатнашыуын һорай.  Фекерҙәрҙе, тәҡдимдәрҙе һәм иҫкәртеүҙәрҙе матбуғат биттәрендә, телевидение һәм радио тапшырыуҙарында белдерергә йә [email protected] электрон адресына ебәрергә мөмкин. Шулай уҡ  450076,  Өфө ҡ., Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 817-се оф. адресы буйынса Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзына ебәрергә була, телефон-факсы: 276-42-66.

Конкурсҡа үткән эштәр буйынса фекер алышыу 22 сентябргә тиклем бара.

 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: