«Беҙ Белоретҡа тағы бер күңелле һылтау менән килдек, күптән түгел генә БМК-ла яңы металл прокаты линияһы асҡайныҡ. Бөгөн инде Урал пружина заводының уңышына шатланабыҙ. Бында әле автомобиль төҙөлөшө бәһлеүәндәре булған «КАМАЗ», «УРАЛ» һәм «Уралвагонзавод» етәкселәре лә килгәне һөйөндөрә. Улар беҙҙә етештерелгән продукцияны алыусы төп предприятиелар булыр, тип ышанабыҙ. Был проект бер йыл элек өҫтөнлөклө инвестпроекттар исемлегенә индерелгәйне һәм беҙҙең Сәнәғәт министрлығы тарафынан әүҙем тормошҡа ашырылды. Предприятие инновацион, эшләү өсөн һәйбәт шарттар булдырылған. Завод етәкселеге артабан да эшселәре тураһында хәстәрлек күрер, улар лайыҡлы эш хаҡы алыр, тип ышанам», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров заводты асыу тантанаһында.
Заманса юғары технологиялы производство рессор продукцияһының сифатын Европа стандарттарына еткереү, рессорҙарҙың һәм ярымрессорҙарҙың яңы төрҙәрен сығарыуҙы үҙләштереү мөмкинлеген бирәсәк. Айына 1200 тонна рессор продукцияһы етештереү планлаштырыла. Производствола рессорҙарҙы термик эшкәртеүҙең һәм ирекле бөгөүҙең, шулай уҡ 1500 сәғәт тоҙло томан тәьмин иткән катафорезлы грунт яғыуҙың тулыһынса автоматлаштырылған циклы ҡулланыласаҡ.
Сығанаҡ: Башинформ.