+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Сентябрь 2021, 23:52

УРМАНДАРҘЫ ТАҘАРТЫУ АЙЛЫҒЫ БАШЛАНДЫ

15 сентябрҙән 15 октябргә тиклем  Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы Урмандарҙа санитар хәүефһеҙлек айлығын иғлан итә.  Айлыҡ саралары  "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проекты сиктәрендә үтә.

УРМАНДАРҘЫ ТАҘАРТЫУ АЙЛЫҒЫ БАШЛАНДЫ
УРМАНДАРҘЫ ТАҘАРТЫУ АЙЛЫҒЫ БАШЛАНДЫ

БР урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин әйтеүенсә, министрлыҡ һәм уның ҡарамағындағы учреждениелар урман ҡырҡындыларын йыйыштырыу, урман фондына ҡараған территорияларҙы  рөхсәтһеҙ көнкүреш һәм төҙөлөш сүплектәренән таҙартыу өмәләре үткәрәсәк, халыҡ араһында аңлатыу-ағартыу эштәре алып барасаҡ.

Министрлыҡтың бүлек начальнигы Динил Әхмәтов Әлшәй,  Бәләбәй, Стәрлетамаҡ урман хужалыҡтарына һәм лесничестволарына урмандарҙа ишһеҙ ебәк күбәләге йомортҡаларын ҡул менән йыйыуҙы ойошторорға ҡушылыуы тураһында белдерҙе.  

Башҡортостандың район хакимиәттәренә лә тораҡ пункттар тирәһендәге, юл буйҙарындағы урмандарҙа көҙгө экологик акциялар үткәрергә тәҡдим ителде.  

Сығанаҡ: БР Урман хужалығы министрлығы.

Автор:А. ИСКӘНДӘРОВ.
Читайте нас: