+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Сентябрь 2021, 21:47

ВАКЦИНАЛЫЛАР АРАҺЫНДА 100 МЕҢ ҺУМЛЫҠ ОТОШТАР УЙНАТЫЛДЫ

Рәсәйҙә коронавирустан вакцина һалдырыусылар араһында 100 мең һумға лотерея иғлан ителгәйне. Уны Рәсәйҙең ковидтан прививка яһатҡан 1000 кешеһе аласаҡ. Бөгөн беренсе тираж уйнатылып, 500 отош эйәһе билдәле булды.

ВАКЦИНАЛЫЛАР АРАҺЫНДА 100 МЕҢ ҺУМЛЫҠ ОТОШТАР УЙНАТЫЛДЫ
ВАКЦИНАЛЫЛАР АРАҺЫНДА 100 МЕҢ ҺУМЛЫҠ ОТОШТАР УЙНАТЫЛДЫ

Еңеүселәрҙе билдәләү өсөн вакцина яһатыусыларҙың сертификат номерҙары уйнатыуға ҡуйылған. Компьютер шулар араһынан 500 номерҙы һайлап алған. Отошло бәхетле сертификаттарҙың номерҙары «Бонус за здоровье» проектының  рәсми сайтында һәм Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталында (Единый портал государственных и муниципальных услуг, йәғни  ЕПГУ) шәхси кабинетығыҙҙа күренәсәк, тип хәбәр итә Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.  Отошто алыу тәртибе «Бонус за здоровье» сайтында Инструкция тигән төймәгә баҫһаң ҡалҡып сыға.

Киләһе 500 кеше шулай уҡ компьютер һайлауы буйынса  14 октябрҙә асыҡланасаҡ.

Лотереяны «Гознак» акционерҙар йәмғиәте үткәрә.

Лотереяла нисек ҡатнашырға?

Бының өсөн вакцина ҡаҙатыу һәм 18 йәштән өлкән булыу етә. Әлбиттә, Рәсәйҙә йәшәү (даими йә ваҡытлыса) мотлаҡ.

Вакцинацияланғандарҙың Берҙәм реестрында уникаль яҙма номеры булған рәсәйлеләр лотереяла ҡатнаша. Ә ул реестрға мәғлүмәтте беҙгә вакцина яһаған медицина учреждениеһы ебәрә: бер компонентлыны ҡаҙаһа – артынса уҡ, ике компонентлыны яһаһа – икенсеһенән һуң. Шулай булғас, прививка алған һәр беребеҙҙең исем-шәрифе шул реестрға индерелгәндер тип уйларға кәрәк. Хәйер, Госуслуги порталында сертификатыбыҙҙың булыуы ул мәғлүмәт Берҙәм реестрға индерелгәнен гарантиялай, тиҙәр. Госуслуги порталындағы сертификатығыҙҙы былай табырға була:  

Әгәр вакцина яһатып та, Госуслуги порталындағы шәхси кабинетығыҙҙа был хаҡта хәбәр булмаһа,  вакцина яһаған медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Ялған сертификат һатып алған кеше, әлбиттә, ундай мәғлүмәтте таба алмай һәм лотереяла ла ҡатнашмай.

Сит ил вакцинаһы ҡаҙатҡан кешеләр ҙә лотереяла ҡатнашмай, сөнки Рәсәйҙә әлегә тик Рәсәй вакциналары ғына рөхсәт ителгән.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: