+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Сентябрь 2021, 12:14

ӨФӨ ӨСӨН ЯҢЫ АВТОБУСТАР АЛЫНҒАН

Өфө һәм Өфө агломерцияһы өсөн Башҡортостан 684,1 миллион һумға 120 яңы автобус һатып алған.

ӨФӨ ӨСӨН ЯҢЫ АВТОБУСТАР АЛЫНҒАН
ӨФӨ ӨСӨН ЯҢЫ АВТОБУСТАР АЛЫНҒАН

Яңы автобустар Павлово автозаводы етештергән урта класлы  Vector NEXT маркаһына ҡарай.  Улар «Башавтотранс» автопаркын тулыландырасаҡ. «Был маршруттарҙа хәрәкәт интервалын ҡыҫҡартырға һәм  пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртырға ярҙам итәсәк», — ти БР транспорт һәм юл хәрәкәте министры Александр Булушев.

Был ПАЗ-дарҙың пассажир һыйҙырышлылығы юғарыраҡ, сөнки кузовы  оҙонораҡ, улар шулай уҡ пассажирҙарға мәғлүмәт биреүҙең электрон системаһы, ГЛОНАСС навигацияһы, яғыулыҡ кимәле датчиктары, тахографтар, видеокүҙәтеү системаһы, пассажирҙар өсөн USB-розеткалар һәм һәр ишектә пассажирҙар ағымын күҙәтеү системаһы менән йыһазландырылған.   

Әле машиналарға документтар төҙөлә, ЮХХДИ-ла теркәлгәс, ҡулланыусыға тапшырыласаҡтар.

Техника өсөн тулыһынса иҫәпләшеү 2025 йылға планлаштырылған.

Былтыр республика «Башавтотранс» өсөн 245 ҙур һәм уртаса салонлы автобус алғайны.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: