+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Сентябрь 2021, 11:26

ГАЛЕРЕЯЛА – РАФАИЛ ЗИНУРОВ МЕНӘН НИКОЛАЙ МАРОЧКИН ИЖАДЫ

Өфө художество галереяһында «Геройҙар һәм Заман» тигән күргәҙмә асылған. Унда ике авторҙың эштәре ҡуйылған.

ГАЛЕРЕЯЛА – РАФАИЛ ЗИНУРОВ МЕНӘН НИКОЛАЙ МАРОЧКИН ИЖАДЫ
ГАЛЕРЕЯЛА – РАФАИЛ ЗИНУРОВ МЕНӘН НИКОЛАЙ МАРОЧКИН ИЖАДЫ

БР-ҙың атҡаҙанған юрисы, юридик фәндәр докторы, яҙыусы, скульптор Рафаил Зинуров төрлө илдең 50 милли батыры образын тәҡдим итә. Был скульптураларҙы ул 1996 йылдан бирле ижад иткән. Рафаил Зинуров хасил иткән образдар араһында — юлбашсылар, полководецтар, ихтилал башлыҡтары, сәйәси эшмәкәрҙәр, шағирҙар һәм башҡа тарихи шәхестәр.

РФ Рәссамдар ижади союзы ағзаһы, фоторәссам Николай Марочкин портреттар тәҡдим итә. Фотоһүрәттәр алдан әҙерлекһеҙ, осраҡлы осрашыуҙар ваҡытында – урамда, төрлө сараларҙа төшөрөлгән. Ҡала һәм ауыл кешеләре, балалар һәм өлкәндәр, йәштәр һәм ҡарттар. Фотоларҙа совет демонстрациялары ла, халыҡ байрамдары ла, туйҙар ҙа, дискотекалар ҙа, ҡәҙимге көндәрҙәге ҡәҙимге кешеләр ҙә һүрәтләнә. «Сюжеттар мине үҙҙәре эҙләп таба», – ти Марочкин.

 

Сығанаҡ: Башинформ.

ГАЛЕРЕЯЛА – РАФАИЛ ЗИНУРОВ МЕНӘН НИКОЛАЙ МАРОЧКИН ИЖАДЫ
ГАЛЕРЕЯЛА – РАФАИЛ ЗИНУРОВ МЕНӘН НИКОЛАЙ МАРОЧКИН ИЖАДЫ
ГАЛЕРЕЯЛА – РАФАИЛ ЗИНУРОВ МЕНӘН НИКОЛАЙ МАРОЧКИН ИЖАДЫ
ГАЛЕРЕЯЛА – РАФАИЛ ЗИНУРОВ МЕНӘН НИКОЛАЙ МАРОЧКИН ИЖАДЫ
ГАЛЕРЕЯЛА – РАФАИЛ ЗИНУРОВ МЕНӘН НИКОЛАЙ МАРОЧКИН ИЖАДЫ
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: