+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Сентябрь 2021, 12:21

«КАМАЗ» ТАЖЫНДАҒЫ ИҢ ЭРЕ ГӘҮҺӘР» ТИП АТАҒАН СЕРГЕЙ КОГОГИН

«Башҡортостан – «КАМАЗ» өсөн мөһим икенсе республика. Беренсеһе Татарстан булыуы аңлашылалыр – унда беҙҙең төп завод. Ләкин Башҡортостан заводтарының үҫеш тиҙлеге  башҡаларҙыҡына ҡарағанда иң  юғарыһы. Бөгөн минең иҫәпләүемсә, «КАМАЗ» тажындағы иң эре гәүһәр булып Нефтекама автозаводы тора», — тигән «КАМАЗ» ААЙ-һының генераль директоры Сергей Когогин, кисә Белоретта журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.

«КАМАЗ» ТАЖЫНДАҒЫ ИҢ ЭРЕ ГӘҮҺӘР» ТИП АТАҒАН СЕРГЕЙ КОГОГИН
«КАМАЗ» ТАЖЫНДАҒЫ ИҢ ЭРЕ ГӘҮҺӘР» ТИП АТАҒАН СЕРГЕЙ КОГОГИН

Гендиректор Башҡортостан Башлығы менән октябрҙә Нефтекама автозаводы өсөн инвестиция программаһын ҡарарға йыйыныуҙары тураһында белдергән.

Туймазы автобетоновоздар заводы өсөн дә бик ҙур инвестиция проекты ҡарала икән. Проекттың беренсе этабында – 4 мең берәмек, икенсе этабында 7 мең тирәһе берәмек техника етештерәсәк производство булдырыу планлаштырыла. Сергей Когогин әйтеүенсә, был үҙе бер яңы завод асыуға тиң. Когогин бергәләп сәнәғәт индустриаль паркы булдырыу тураһында  һөйләшеп килешкәндәре тураһында ла хәбәр иткән.

«КАМАЗ»дың етәксеһе Белоретта рессор заводының әһәмиәтен юғары баһалаған, Башҡортостандағы яңы производство көнбайыш илдәрҙең күҙенә ҡарап тороуҙан ҡотҡарыр һәм заманса рессорҙар менән тәьмин итер, тигән ышаныс белдергән.

«КАМАЗ»дың бүлендек предприятиелары булған «НЕФАЗ» автозаводы менән Туймазы автобетоновоздар заводын яңыртыу проекттарының хаҡы 6 миллиард самаһы һум тәшкил итә. Был хаҡта концерндың генераль директоры Сергей Когогин менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быйыл февралдә осрашҡандарында уҡ һөйләшеп килешкән.

«НЕФАЗ»да автобус производствоһын яңыртыу башлаған да инде, проектҡа 4 млрд һум капитал һалынасаҡ. Тәүлек эсендә етештерелгән автобустар һанын туғыҙға һәм йыллыҡ күләмде 3 мең берәмеккә еткереү күҙҙә тотола.

Автобус етештереү майҙансыҡтарын арттырыу өсөн Нефтекамалағы тағылма һәм һыйҙырышлы техника производствоһын Туймазыға күсереүҙәре ихтимал. Әле «КАМАЗ» етәкселеге был мәсьәлә буйынса Туймазы заводы менән һөйләшеүҙәр алып бара, проект раҫланһа, инвестициялау күләме 2 млрд һум тәшкил итер тип күҙаллана.

Республика заводтарында инвестпроекттарҙы тормошҡа ашырыу етештерелеүсе техника күләмен бер нисә тапҡырға арттырырға һәм баҙар талаптарын иҫәпкә алған ассортиментты киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк.

Сығанаҡ: Башинформ.

 

 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: