Беренсе көндә үк һайлаусыларҙың әүҙемлеге күҙәтелә. Ғөмүмән алғанда, бөгөн һайлау ыңғай бара тип баһаларға нигеҙ бар. Законһыҙ агитация менән шөғөлләнеүселәр күренмәгән.
Быйыл тауыш биреүҙең беренсе тапҡыр эш көнөнә тап килеүе күптәрҙе аптыратманы. Шулай уҡ бөгөн мәктәп уҡыусыларының өйҙә ҡалыуын да һайлаусылар өсөн уңайлыҡ тыуҙырыу өсөн эшләнгән тип аңларға кәрәк, сөнки мәғариф учреждениеларының бөтәһе лә тип әйтерлек һайлау участкалары итеп үҙгәртеп ҡоролдо.
Тауыш биреүҙең киске сәғәт 8-гә тиклем барыуын иҫәпкә алһаҡ, күптәр үҙенең гражданлыҡ бурысын бөгөн үк үтәп өлгөрөр.
Белешмә:
17 сентябрҙең 15 сәғәтенә ҡарата республикала һайлаусылар исемлектәрендә 2 млн 960 мең 265 һайлаусы булып, шуларҙың 393 мең 523-ө (13,29%) тауыш биреп өлгөргән.
Фото: Олег ЯРОВИКОВ (Башинформ).