– Мин үҙ ғүмеремдә бер һайлауҙы ла ҡалдығаным юҡ, – тип аҡлана башланы Марсель Шәйнур улы. – Һайлауҙа ҡатнашыу һәм фекеремде белдереү минең төп эштәремдең береһе. Беҙ ғүмер буйы һайлаған һәм һайланған халыҡ, ил яҙмышын хәл итеүҙә ҡатнашырға тейешбеҙ. Ләкин мин һайлауға йәкшәмбе барасаҡмын. Шуның өсөн түҙегеҙ, иртәгә барып, гражданлыҡ бурысымды үтәп ҡайтасаҡмын. Башҡаларға ла һайлауға барырға кәңәш итәм.