+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Сентябрь 2021, 12:53

ҺАЙЛАУҘАР ҮТӘ ЛӘ КИТӘ

Быйыл халыҡ иркенгә сыҡты. Һайлауҙар өс көнгә һуҙыла. Һәр кем үҙенең эшен алдан ҡарап үҙе өсөн уңайлы көндә ихтыярын белдерә ала. Тәүге ике көндә һайлаусылар исемлегенә индерелгәндәрҙең 48 проценттан ашыуы тауыш биреүен иҫәпкә алһаҡ, граждандарҙың әүҙемеге юғары ғына төҫмөрләнә.

ҺАЙЛАУҘАР ҮТӘ ЛӘ КИТӘ
ҺАЙЛАУҘАР ҮТӘ ЛӘ КИТӘ

Һәр йылдағыса, һайлауҙар билдәлелек шарттарҙа бара. Әлбиттә, көтөлмәгән ваҡиғалар, көйҙөрөлгән факттар, фашлауҙар эҙләргә теләүселәр һәр төбәктә табылып тора. Ана, Өфө эргәһендәге һайлау участкаларының береһендә, бер исемлек тапҡандар һәм интернет селтәрҙәре аша бюллетень ырғытырға әҙерләнгәндәр тип хәбәр иттеләр. Был хаҡта мәғлүмәт таралып та өлгөрҙө. Бер нисә сәғәттән исемлектең өйҙәренә барып һайларға тейеш кешеләр икәнлеге асыҡлана.

            Ә шау-шыу күтәреүселәр был хаҡта кире ҡағыу биреүҙе кәрәк тип тапмай.

            Һайлаусылларҙың тауыштары өсөн көрәш бөгөн фирҡәләр һәм сәйәси берләшмәләр араһында ғына бармай. Сәйәси партияларҙың эсендә лә мөнәсәбәт асыҡлау дауам итә. Хатта бер фирҡәгә, һайлау барышы ыңғайына, үҙҙәренең вәкилдәрен алыштырырға тура килгән. Ошоға оҡшаш мәғлүмәт көрәше халыҡ араһында, һайлауҙар ғәҙер ойошторолмай, тигән хата фекерҙең нығыныуына килтереүе ихтимал.

            Ә ҡайҙа һайлауҙар еренә еткереп ойошторола һуң? Бәлки АҠШ-талыр? Ярай, шулай булғас, Трамп менән Байдендың көрәшен генә иҫәпкә алайыҡ. Ҡушма штаттарҙағы һымаҡ һайлауҙар бер кемгә лә кәрәк түгел. Сөнки донъя Байдендың нисек бюллетендәр ташлау, ялған протоколдар, һатып алыуҙар ярҙамында өҫкә сығыуын күрҙе. Сәйәси күҙәтеүселәр билдәләүенсә, Америкала суд ярҙамында хәҡиҡәтте асыҡлау әле бер нисә йыл дауам итәсәк. Ә беҙҙә йылдар буйына мөнәсәбәт асыҡлау мөмкинлеге юҡ. Шуға, һайлауҙар кисә-бөгөн үтһә, артабан йәшәү тураһында уйларға кәрәк.

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: