Һайлауға ҡуйылған 14 партия араһында республикала «Берҙәм Рәсәй» (68,05%) алда тора, КПРФ (14,97%) һәм ЛДПР (6,31%) Думаға үтә.
Ҡалған партиялар өсөн бирелгән тауыштар һаны 4%-ҡа етмәгән: «Яңы кешеләр» партияһы – 3,2%, «Ғәҙел Рәсәй – Дөрөҫлөк өсөн» – 2,69%, «Пенсионерҙар партияһы» 1,13% алған, ҡалған һигеҙ партия 1% та йыймаған.
Һайлаусылар Салауат (96%), Тәтешле һәм Благовар (икеһендә лә 93%) райондарында, Салауат (75%), Сибай (73%), Октябрьский (70%) ҡалаларында айырыуса әүҙем тауыш биргән.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙа Талбазы һайлау округында Заһир Хәкимов — иртәнге 10 сәғәткә һаналған тауыштар араһында 58,78% уныҡы; Краснохолм округы буйынса — Тамара Танһыҡҡужина (54,75%); Беүә округында Милана Скоробогатова 63,47% алда бара.
Һайлау участкаларында тауыш биреү барышын 13,5 меңдән ашыу күҙәтеүсе, комиссияларҙың кәңәш биреү тауышы хоҡуғына эйә булған 5,5 мең ағзаһы күҙәткән.
Фото: Башинформ.