– Өс көн буйы һайлағас, – тип башланы ул һүҙен, – өс көн байрам итергә хоҡуғыбыҙ бар. Элек бер көндә өлгөрмәй инек, ә хәҙер иркенләп тороп үҙең теләгән ваҡытта һайларға мөмкин. “Һәнәк” бер нисә ай элек яҙғанса, лайыҡлылар еңһен, еңелгәндәр йылынһын. Һайланған депутаттар исемлеген ҡарайым да, шуға ҡыуанам: барыһы ла лайыҡлы һәм көслө шәхестәр, республика мәнфәғәттәрен яҡларлыҡ билдәле сәйәсмәндәр. Һәр һайлауҙы, төрлө яҡҡа бүленешеп бөтәбеҙ инде, тип шикләнеп ҡаршы ала торғайныҡ. Беҙҙең шатлыҡҡа, был юлы депутаттар корпусы бик көслө булмаҡсы. Улар беҙҙе бер ҡорға туплаусы көскә әйләнһен, тигән теләк бар.
“Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең еңеүенә ғәжәпләнмәгеҙ. Улар иҫәбенән халыҡ тарафынан һайланған депутаттар үҙҙәренең эшлекле булыуы, халыҡ мәнфәғәттәрен ҡайғыртыуы, һайлау алды көрәшендә үҙҙәрен әҙәпле тотоуҙары менән айырылып торҙо. “Берҙәм Рәсәй”ҙәр үҙҙәренең сәйәси оппоненттарына бысраҡ яҡманы, хөрмәт менән ҡараны, түҙемле булды, шуның менән һайлаусыларҙың ихтирамын яуланы. Хәҙер инде ошо ышанысты һәм ихтирамды аныҡ эштәр менән раҫларға һәм тормошҡа ашырырға кәрәк! Ә быныһы – иң ҡатмарлы һәм яуаплы эш. Беҙ һеҙҙән изге эштәр, аныҡ ғәмәлдәр көтәбеҙ!