+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Сентябрь 2021, 17:40

ӨФӨЛӘ «ДӘРҮИШХАН» ТӨРКӨМӨНӨҢ КОНЦЕРТЫ БУЛА

29 октябрҙә Тинькофф Холлдың «Колизео» залында башҡорт рок-төркөмө «Дәрүишхан»дың концерты була. Төркөмдөң был яңы составтағы беренсе ҙур концерты.

ӨФӨЛӘ «ДӘРҮИШХАН» ТӨРКӨМӨНӨҢ КОНЦЕРТЫ БУЛА
ӨФӨЛӘ «ДӘРҮИШХАН» ТӨРКӨМӨНӨҢ КОНЦЕРТЫ БУЛА

Төркөм 1991 йылда Хәйбулла районы Макан ауылында барлыҡҡа килә.  Тәүҙә «Дәрүиш» тип йөрөтөлә, һуңыраҡ исемен «Дәрүишхан»ға үҙгәртәләр. Уны талантлы гитарист һәм көйҙәр авторы Альберт Ғәббәсов ойоштора. Яйлап төп состав формалаша: Альберт Ғәббәсов, вокалист Дим Мәннән (Ҡоләхмәтов), бас-гитарист Альберт Ниғмәтуллин, клавишасы Ирек Абдуллин, барабансы Альберт Нурисламов, тауыш режиссеры Рөстәм Әбдиев. 1992 йылда «Урал моңо» конкурсында төркөм Гран-при яулай. 2009 йылда солист Дим Мәннән  вафат булғас, сығыштарын туҡтата. 2019 йылда ғына яңыртыла, уның яңы солисы – Ринат Зарипов.

Ринат Зарипов Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған. 6-сы класты тамамлағас, Өфөгә иҡтисад лицейына уҡырға киткән, аккордеон класы буйынса музыка мәктәбендә лә уҡыған. Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһын туризм белгеслеге буйынса тамамлаған.

Артабан Ринат «Шау-Шоу» төркөмөндә йырлай, армияға барып ҡайта, төҙөлөштә, фанер комбинатында эшләй. Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда тауыш режиссеры була.

Элекке Бөрйән районы хакимиәте башлығы мәрхүм Ирек Зариповтың улы. Әсәһе ярты рус, ярты сыуаш, табип булып эшләй. Атаһы яҡлап өләсәһе лә белорус ҡатыш рус булған. Ринат үҙен 150 процентҡа башҡорт тип иҫәпләй.

Концерт 20 сәғәттә башлана. Бәйләнеш өсөн телефон: 8-927-336-13-13, Вәғиз Ҡырымсурин.

Сығанаҡ: Башинформ 1, 2.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: