-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
“ҺӘНӘК”кә яҙыл һәм бүләкле бул!
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Сентябрь 2021, 17:05

ИСЕМЕ... ШАҠ ҠАТЫРЛЫҠ

Исемең матур, кемдәр ҡуйған, Һине күреп кем туйған? – тип йырларлыҡ булһын исемең. Шулайын-шулай ҙа, тик балаһына ҡушыласаҡ исемдең матурлығы тураһында һәр ата-әсә үҙ зауығынан, үҙ күҙаллауынан сығып фекер йөрөтә.

ИСЕМЕ... ШАҠ ҠАТЫРЛЫҠ
ИСЕМЕ... ШАҠ ҠАТЫРЛЫҠ

Хәйер, исемде матур, ҡолаҡҡа ятышлы тип түгел, мөмкин тиклем шаҡ ҡатырғысыраҡ булһын, башҡа бер ҡайҙа ла осрамаһын тип тә һайлаусылар бар. Шаҡҡатыризм яғынан донъяның иң бай эшҡыуарҙарының береһе Илон Маскҡа етеүсе бармы икән? Уның алты балаһы бар, бөтәһе лә малай. Беренсе ҡатыны тапҡан ике игеҙәге – Ксавье менән Гриффин, өс игеҙәге – Кай, Саксон һәм Дамиан исемле. Ә икенсе ҡатыны тапҡан алтынсы балаһына X Æ A-Xii тигән исем ҡушалар. «Экс Эш Эй-Твелв» тип уҡыла икән ул.

Башҡортостан Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты “Башинформ” һорауы буйынса  былтыр республикала бик һирәк осрай торған ниндәй исемдәр ҡушылғаны тураһында мәғлүмәт биргән. Һирәк осрай торған исем йөрөткән балалар араһында Аполлон, Биньямин, Ванцетти, Дантес, Зейд, Кавин, Кенан, Лазарь, Лео, Михаэль, Никас, Омур, Рем, Роландо, Ромуаль, Святогор, Стивен исемле малайҙар, Версалия, Веселина, Витэль, Каталина, Кирьяна, Ларина, Мава, Милалика, Руана, Санти, Саяна, Уралия, Элия тигән ҡыҙҙар бар икән.

Былтыр республикала исем-фамилияһын ғәҙәти булмағанға алмаштырыу осраҡтары БР ЗАГС-тарында теркәлмәгән.  

Сығанаҡ: Башинформ.

 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас в