-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Сентябрь 2021, 22:21

СИТ ИЛДӘ БӘЛӘГӘ ТАРЫҺАҢ, ТЫУҒАН ЯҠ ЯРҘАМЫ БИГЕРӘК ҠӘҘЕРЛЕ

Төркиәлә «бикләнгән» 27 йәшлек Алия Миллер Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа ярҙамы өсөн оло рәхмәттәрен еткерә. Октябрьский ҡалаһында йәшәгән Алия ире һәм ике балаһы менән Антальяла ял итә. 13 сентябрҙә ҡайтып китергә тейеш булалар. Әммә  шунан ике көн алда Алияны ҡунаҡханала ресепшнда икенсе турист ҡатын онотоп ҡалдырған 800 долларлы аҡса янсығын урлауҙа ғәйепләйҙәр.  

СИТ ИЛДӘ БӘЛӘГӘ ТАРЫҺАҢ, ТЫУҒАН ЯҠ ЯРҘАМЫ БИГЕРӘК ҠӘҘЕРЛЕ
СИТ ИЛДӘ БӘЛӘГӘ ТАРЫҺАҢ, ТЫУҒАН ЯҠ ЯРҘАМЫ БИГЕРӘК ҠӘҘЕРЛЕ

Видеояҙмала Алияның аҡса янсығын алмағаны, әммә шунда торғаны күренгән. Алия ла ул көшәләкте күргән, әммә уны ҡунаҡхана персоналынан кемдер килеп алыуы тураһында әйткән. Ҡыҫҡаһы, Алияға тикшереү барған осорға Төркиәнән сыҡмаҫҡа ҡушалар. Ғаиләнең 50 доллар ғына аҡсаһы ҡалған, өҫтәүенә, фатир ялларға, адвокат алырға кәрәк була. Путевка буйынса юридик хеҙмәттәргә 1000 доллар ҡаралған булһа ла, турфирма «уларға бер нәмә тейеш түгелбеҙ» тип белдергән.

Рәсәй илселегенә шылтыратҡас, унда ла адвокат алырға кәңәш биреү менән сикләнгәндәр. Енәйәт эштәре менән бәйле хәлдәргә илселек ҡыҫылмай икән.

Русса белгән адвокаттарға барып ҡарағандар, улар кәм тигәндә 2000 доллар һораған. Ниңә шулай ҡыйбат, тип һорағас, һеҙҙе 5-10 йылға ултыртыуҙары бар, бының менән шаярырға ярамай, тип кенә ҡуйғандар. Алия русса насар белгән, әммә арзаныраҡ алған бер адвокат тапҡан.

Был ваҡиға тураһында белеп ҡалғас, республика Башлығы Алияға ярҙам итергә була. Уның мәнфәғәтен яҡлаясаҡ адвокат хаҡын түләргә ҡарар ителә.

«Радий Фәрит улы Хәбировҡа ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт. Тыуған илдән булышлыҡ алғас, күпкә тынысыраҡ. Сит илдә бындай сетерекле хәлдә ҡалыу күңелгә ҙур борсоу һала. Адвокатым Алим Бәкир баштан уҡ тулыһынса ышанысымды яуланы һәм дуҫтарса мөнәсәбәт урынлаштырҙы, беҙгә һәр йәһәттән ярҙам итә һәм бәйләнеш өсөн һәр ваҡыт асыҡ, был бик мөһим, мин ихластан рәхмәтлемен», – тигән Алия.

Алия Башҡортостан Республикаһының Төркиә Республикаһындағы  Конгресс-бюроһы вәкиле Марат Танһыҡҡужин менән  адвокатҡа барыуы тураһында былай тип һөйләгән:

«Марат Зәки улы бында (Антальяға. – ред.) Радий Фәрит улы ҡушыуы буйынса килгән. Беҙ адвокатта булдыҡ, адвокат ярҙам итергә ризалашты, тик ҙур сумма һораны.  Мин үҙемдең ғәйепһеҙлегемде яҡшы беләм, шуға улай ҡиммәт түләүҙең мәғәнәһен күрмәйем. Минең адвокатым видеоны ҡараны, «эйе, һинең бер нәмәгә лә теймәгәнең күренә, беҙ быны иҫбат итербеҙ», тине. Прокурор менән осрашыу буласаҡ, суд ултырышы тәғәйенләнәсәк, унда минең эшемде ҡарай башлаясаҡтар. Ләкин суд ултырышының ҡасанға билдәләнере асыҡ түгел – бер айҙанмы, икеме. Мин Башҡортостандан килеп ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәтлемен. Адвокатым һәйбәт, бөтәһе лә яҡшы булыр, тип өмөтләнәм», — тигән Алия.

 

Сығанаҡ: Башинформ

 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: