+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Сентябрь 2021, 15:51

АФАРИН, ИРХАН!

Бөтә Рәсәй АгроНТИ-2021 робот техникаһы ярышында Бөрйән уҡыусыһы  ҙур еңеү яуланы.

АФАРИН, ИРХАН!
АФАРИН, ИРХАН!

АгроНТИ-2021 конкурсының финалы 4-5 сентябрҙә Татарстандың Әлмәт ҡалаһында үтте. Унда ауылдарҙағы һәм бәләкәй ҡалаларҙағы мәктәптәр уҡыусылары ҡатнашты. Был конкурсты Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән Мәғариф министрлығы булышлығында Фәнни-техник өлкәлә бәләкәй предприятиеларҙы үҫтереүгә ярҙам фонды үткәрә.  

Конкурстың һайлап алыу этаптарында 62 меңдән ашыу ауыл уҡыусыһы ҡатнашты. Финалда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 190 бала 5 йүнәлештә – АгроРоботтар, АгроКосмос, АгроМетео, АгроКоптерҙар һәм АгроБио номинацияларында көс һынашты.
Башҡортостан командаһында «Агророботтар» номинацияһы (ауыл хужалығы техникаһына идара итеүҙең автоматлаштырылған системалары) финалында Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Ирхан Үтәбаев конкурс һынауҙарында иң юғары күрһәткестәргә өлгәште һәм Башҡортостан командаһы өсөн максималь балл йыйҙы.  Шулай итеп, ул «Агророботтар» номинацияһында еңеүсе булды. Ирханға лауреат дипломы менән ҡиммәтле приз тапшырҙылар.


Сығанаҡ: Бөрйән район хакимиәте.

АФАРИН, ИРХАН!
АФАРИН, ИРХАН!
АФАРИН, ИРХАН!
АФАРИН, ИРХАН!
АФАРИН, ИРХАН!
Автор:Б. ЮЛМӨХӘМӘТОВ.
Читайте нас: