+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Сентябрь 2021, 19:34

ҺЫУҘА ҺАУЛЫҠ НЫҒЫТАЛАР

Дүртөйлө ҡалаһындағы "Алпан" бассейнында аквааэробика буйынса дәрестәр бирелә. Кешеләрҙе, балаларҙы спорт һәм физкультура менән даими шөғөлләнеүгә рухландырыу һәм дәртләндереү "Демография" милли проектының "Спорт – тормош нормаһы" федераль проекты бурысы булып тора.

ҺЫУҘА ҺАУЛЫҠ НЫҒЫТАЛАР
ҺЫУҘА ҺАУЛЫҠ НЫҒЫТАЛАР

Күнекмәләр музыка аҫтында һыуҙа үтә. Һыуҙа хәрәкәтләнеү кешенең бөтә мускулдарына йоғонто яһай. Һыу кешене имгәнеүҙәрҙән дә һаҡлай.

"Аквааэробика буйынса тренерыбыҙ Илүсә Фәтхелбаян ҡыҙының эшенә һоҡланам, – ти күнекмәләргә йөрөүсе Лилиана Закирова. –  Профессионаллек, мускулдарға сифатлы көсөргәнеш төшөрөү, позитив, йөрәккә тренировка! Эштә көндәр буйы ултырған кешеләргә лә, гел аяғөҫтө йөрөгәндәргә лә һәйбәт күнекмәләр. Ҡатҡан умыртҡа һөйәге һәм быуындар йомшара. Ҡан әйләнеше һәйбәтләнә, нервы һәм йөрәк системаһы нығына, йоҡо яҡшыра".

 

Сығанаҡ: Дүртөйлө район хакимиәте.

ҺЫУҘА ҺАУЛЫҠ НЫҒЫТАЛАР
ҺЫУҘА ҺАУЛЫҠ НЫҒЫТАЛАР
Автор:Г. ҒАЙСИНА.
Читайте нас: