Район ауылдарында һәм Раевканың Юбилей урамында бөтәһе 1309 төп үҫенте ултыртылды. Акцияла төрлө ойошма һәм учреждениеларҙан 400-ләп хеҙмәткәр ҡатнашты.
Экологик акцияға Әлшәй район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин менән Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова ла ҡушылды.
Акцияла ҡатнашыусылар өсөн һәүәҫкәрҙәр концерт ҡуйҙы, йыр-моң менән кәйефтәрҙе күтәрҙе.
Сығанаҡ: Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы.