-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Сентябрь 2021, 16:22

ӨЙҘӘН УҠЫУҒА КҮСӘЛӘР

Коронавирус менән балалар ҙа ауырыша башлағанға ҡайһы бер мәктәптәрҙә уҡытыуҙы тағы дистанцияға күсерәләр.

ӨЙҘӘН УҠЫУҒА КҮСӘЛӘР
ӨЙҘӘН УҠЫУҒА КҮСӘЛӘР

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе Анна Казак белдереүенсә, класта ковид эләктергәндәр һаны 5-тән артһа, шул класс уҡыусылары өйҙән тороп уҡытыуға күсерелә. Әле был сара республиканың 279 мәктәбендәге 768 класта индерелгән.

Башҡортостан халҡы араһында ауырыусылар һаны арта, Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ике ковид-госпиталь менән дауаханаларҙағы ковид бүлексәләре пациенттарҙы ҡабул итә.  

Әлегә сирлеләр өсөн йәмғеһе 5465 койка бар, әммә дауаханаға һалыуға мохтаждар һаны 5564-кә еткән. Шуға бөгөнгө Хөкүмәт ултырышында 770 урынлыҡ тағы дүрт госпиталь асырға ҡарар ителгән.

Коронавируслы пациенттарҙы алыусы дауаханаларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһенә ҡарата Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров былай тигән: «Беҙҙең һөйләшеп килешеүебеҙсә, Минфин кәрәкле дарыуҙарҙы һатып алыуға аҙна һайын 50 млн һум  күсереп торасаҡ. Мин дауаханаларҙың етәкселәре менән һөйләштем, улар, препараттар етерлек булһа, учреждениелар бурысты башҡарып сығыр тип иҫәпләй.  Үткән тулҡында уҡ шул күренде:  дарыу менән тәьмин итеү кәмеһә, дауаханаларҙа ятыусылар һаны арта». 


Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: