-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Сентябрь 2021, 15:05

ЯРАТҠАН РИЗЫҒЫБЫҘ – «КАРТУФ ҒАЛИ ЙӘНӘПТӘРЕ»

Дәртле Әбйәлил халҡы картуфҡа ла байрам уйлап сығарған. «Картуф ғали йәнәптәре» тигән тамашаны Ҡыҙыл Башҡортостан ауылы клубында үткәргәндәр.

ЯРАТҠАН РИЗЫҒЫБЫҘ – «КАРТУФ ҒАЛИ ЙӘНӘПТӘРЕ»
ЯРАТҠАН РИЗЫҒЫБЫҘ – «КАРТУФ ҒАЛИ ЙӘНӘПТӘРЕ»

Картуф – халыҡта ҙур танылыу алған ризыҡ ул. Юҡҡа ғына картуфты икенсе икмәк тимәйҙәр. Ауыр замандарҙа картуф күп йәндәрҙе аслыҡтан ҡотҡарған. Хәҙер ҙә хужабикәләр картуфтан тәмле-тәмле ризыҡтар бешерә.

Картуф яратыусылар һәм бешеренеү оҫталары өсөн байрамда конкурс ойошторолдо. Картуф тураһында таҡмаҡтар әйтеү, картуф булып кейенеү, иң тәмле картуф ризыҡтары бешереү буйынса ярыштылар.

«Мәҙәниәт» милли проекты маҡсаттарына яуап биргән сара халыҡтың да күңеленә ятты.

Сығанаҡ: Әбйәлил районы хакимиәте мәҙәниәт бүлеге.

ЯРАТҠАН РИЗЫҒЫБЫҘ – «КАРТУФ ҒАЛИ ЙӘНӘПТӘРЕ»
ЯРАТҠАН РИЗЫҒЫБЫҘ – «КАРТУФ ҒАЛИ ЙӘНӘПТӘРЕ»
ЯРАТҠАН РИЗЫҒЫБЫҘ – «КАРТУФ ҒАЛИ ЙӘНӘПТӘРЕ»
ЯРАТҠАН РИЗЫҒЫБЫҘ – «КАРТУФ ҒАЛИ ЙӘНӘПТӘРЕ»
ЯРАТҠАН РИЗЫҒЫБЫҘ – «КАРТУФ ҒАЛИ ЙӘНӘПТӘРЕ»
ЯРАТҠАН РИЗЫҒЫБЫҘ – «КАРТУФ ҒАЛИ ЙӘНӘПТӘРЕ»
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас в